Йәмғиәт
20 Декабрь 2021, 06:00

Эдуард Латипов тағы ла ҡыуандырҙы

Ул Францияның Анси ҡалаһында уҙған биатлон буйынса Донъя кубогын дүртенсе этабында ҡатнаша.

Эдуард Латипов тағы ла ҡыуандырҙыЭдуард Латипов тағы ла ҡыуандырҙы
Эдуард Латипов тағы ла ҡыуандырҙы

Рәсәй йыйылма командаһы составында сығыш яһаған яҡташыбыҙ Эдуард Латипов Францияның Анси ҡалаһында уҙған биатлон буйынса Донъя кубогының дүртенсе этабында спринт дистанцияһына йүгереп, көмөш миҙал яуланы.

Был бәйгелә Норвегия спортсыһы Йоханнес Бё 23 минут 30,3 секунд һөҙөмтә күрһәтеп, беренсе урынға сыҡты. Эудуард сәпкә төҙ атты һәм унын бары 7,2 секундҡа ғына артта ҡалды. Бронза миҙалды Норвегия биатлонсыһы Филип Фьельд Андерсен алды.

Шәмбелә ир-егеттәр биатлондың иң мауыҡтырғыс төрҙәренең береһе – эҙәрлекләү бәйгеһендә көс һынаясаҡ. Эдуард Латиповҡа уңыштар теләйбеҙ!

Фото: РИА Новости.  

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас