

Башҡортостан менән идара итеү үҙәгенең күҙәтеү бүлеге өсөн ял көндәре сағыштырмаса тыныс булды. Мөрәжәғәттәр күп булды, тәү сиратта - юлдар, торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр, төҙөкләндереү мәсьәләләре буйынса яҙҙылар. Бишенсе урында — коронавирус. Хеҙмәттәштәребеҙ Республикаға идара үтеү үҙәгендә лә, райондарҙа ла шәмбе һәм йәкшәмбе көндәрендә эшләне. Шәмбе Ҡаҙағстан Республикаһы делегацияһы менән таныштыҡ. Туғандаш республика белгестәрен халыҡ менән фекерҙәрҙе нисек яйға һалыуыбыҙ ҡыҙыҡһындырҙы.
Шәхси тормошҡа ла ваҡыт табырға тырышабыҙ. Кемдер тауға менде, саңғыла йөрөнө, һырғалаҡҡа сығыусылар ҙа булды. Әйткәндәй, һырғалаҡта шыуыу майҙансыҡтарына ҡағылышлы ялыуҙар бар. Атап әйткәндә, Салауаттың ҡала майҙанында шыршыға яҡынлашыу мөмкин түгел, сөнки уның тирәләй боҙҙан һырғалаҡ ҡойолған, тип яҙғандар. Хәбәрҙе эшкә алдыҡ, салауаттар менән эшләйбеҙ.
Үҙ эшеңде нисек асырға һәм отолмаҫҡа? Был һорау бер үк ваҡытта ябай ҙа, ҡатмарлы ла. Был мәсьәлә бөгөн Башҡортостан менән идара итеү үҙәгенең "Сәләм" тапшырыуындағы тура эфирында ентекле тикшерелде.
Беҙҙең ҡунаҡ — Нияз Фазылов, республиканың эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты рәйесе. Ул һорауҙарға төплө яуап бирҙе.
Тормошҡа ашырырға теләгән уйҙар менән кемгә барырға? Кем дөрөҫ йүнәлеш бирә ала? Беҙҙең кәңәш – бизнес-шерифҡа мөрәжәғәт итеү. Башҡортостанда бизнес-шерифтар институты өс йыл самаһы эшләй һәм үҙен аҡланы. Эшҡыуарлыҡ буйынса кәңәшсене түбәндәге һылтанма аша табырға була: https://biznestur.bashkortostan.ru/documents/other/27
Райондарҙа эшҡыуарҙарға ниндәй ярҙам күрһәтелә? Үҙ эшеңде асыу мәсьәләһе буйынса "МИНЕҢ ЭШЕМ" үҙәгенә мөрәжәғәт итә алаһығыҙ. Тура Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа мөрәжәғәт итергә теләһәгеҙ, Facebook төркөмө ярҙам итер: https://clck.ru/ZDRU8.
Яңы эш башлаусыларға ла, күптән бизнес менән шөғөлләнеүселәргә кәңәштәр тупланған, йәнле аралашыу барған чат-бот: https://t.me/msp_rbbot
Буш урынды ҡайҙан табырға, ерҙе йәки биналарҙы нисек һәм ҡайҙа ҡуртымға алырға? Иң мөһиме, бизнес асыу өсөн нисек аҡса табырға? Ошо темаларға Нияз Мансур улы айырым туҡталды: https://investrb.ru/ru/
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, БЮТ каналында Сәләм тапшырыуы шишәмбе һәм кесаҙна көндәрендә башҡорт телендә 8:10 сәғәттә башлана, рус телендә — эш көндәрендә 8:40 сәғәттә башлана.
Фото: Башҡортостан Юлдаш телеканалы сайтынан алынды.
#ЦУРБашкортостан #Салям