Йәмғиәт
20 Декабрь 2021, 10:00

Вәт, исмаһам, отош!

Көтмәгәндә бәхет йылмайҙы, тип ҡыуана Наталья.

Вәт, исмаһам, отош!Вәт, исмаһам, отош!
Вәт, исмаһам, отош!

Республикабыҙҙа йәшәгән Наталья Блех тормош иптәше менән икәүләп Мәскәүҙән фатир оттолар, - тип хәбәр итә «Башинформ».

Улар үҙҙәре лотереяла һирәк уйнайҙар икән, быныһын да киоск янынан үтеп барышлай ғына туҡтап алып киткәндәр. Шулай итеп, билет бәхетле булып сыға, улар 3 миллионлыҡ фатир оталар. Тираждың һөҙөмтәләрен дә һуң ғына беләгәндәр, баҡтиһәң, ул отошло булып сыҡҡан.

«Билетты алдыҡ та оноттоҡ. Бер айҙан һуң ғына иҫкә төшөрөп, компьютерҙан, телефондан һөҙөмтәләрҙе ҡараныҡ. Хатта киоскка ла барып торманыҡ, һуңынан һөҙөмтәне унда ла әйткәстәр, ныҡ ҡыуандыҡ», - ти, шатлығы менән уртаҡлашып, Наталья. Ғаилә отошто аҡсалата алырға ҡарар иткән. Аҡсаларын әлегә нимәгә тотонорҙарын хәл итмәгәндәр, шулай ҙа капиталды күбәйтергә уйҙары бар. Наталья үҙе - хужабикә, бешеренергә ярата. Йыш ҡына яҡындарын үҙенсәлекле рецепт буыйынса әҙерләнгән ҡамыр аштары менән һыйларға ярата икән.

 

Фото Столото.

Автор:Миләүшә Сайтакова
Читайте нас