

20 декабрҙә Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Транспорт сәғәте” форматында тематик кәңәшмә уҙғарҙы. Унда 2021 йылда федераль әһәмиәттәге юлдарҙы ремонтлау һәм реконструкциялау программаһы, шулай уҡ төбәк трассаларында хәүефһеҙлекте тәьмин итеү саралары үтәлеше ҡаралды.
Федераль юл агентствоһының “Приуралье” автомобиль юлдары федераль идаралығы начальнигы вазифаһын башҡарыусы Әсхәт Хәйруллин учреждениеның 2021 йылғы эшмәкәрлегенең яҡынса һөҙөмтәләре тураһында һөйләне.
Идаралыҡ ҡарамағында Башҡортостан биләмәһе буйлап үтеүсе 795 километр федераль әһәмиәттәге юл иҫәпләнә. Уларҙы реконструкциялау, ремонтлау, хеҙмәтләндереү өсөн ағымдағы йылда 15,3 миллиард һум аҡса йүнәлтелгән. Йыл аҙағына федераль трассаларҙың 90 проценты торошо нормаға ярашлы тип баһалана.
2022 йылда дөйөм оҙонлоғо 11,1 километр тәшкил иткән юл файҙаланыуға тапшырыласаҡ. 158 километрҙа юл япмалары ремонтланасаҡ. Бынан тыш, 113,4 километр трассала электр яҡтыртҡыстары монтажланасаҡ.
БР Транспорт министры Александр Булушев республика юлдарында фотовидеокамера комплекстарын урынлаштырыу эштәре менән таныштырҙы.
Ул белдереүенсә, бөгөн төбәктә 1039 комплекс эшләй. 2022 йылдың 1 мартына тиклем йәнә 800 комплекс урынлаштырыласаҡ.
“Республика юлдарында ҡатмарлы хәл күҙәтелә. Юл-транспорт ваҡиғалары һәм унда зыян күреүселәр һаны кәмеһә лә, үлем осраҡтары күбәйә. Был бик етди мәсьәлә, беҙ уны хәл итергә тейешбеҙ. Камералар урынлаштырыуҙың төп маҡсаты ла – кешеләрҙең һаулығын һәм ғүмерен һаҡлау”, - тине Радий Хәбиров.