

Ҡыш башланып ҡына торған мәлдә хәүеф бик күп. Шуларҙың береһе – йоҡа боҙ. Был ҡурҡыныс айырыуса ҡарауһыҙ йөрөгән бәләкәй балаларға янай.
17 ноябрь кисе лә саҡ фажиғә менән тамамланмай. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығына Иван Якутов исемендәге паркта урынлашҡан күлдә баланың боҙ аҫтына китеүе тураһында хәбәр итәләр.
Ә хәл былайыраҡ була. 2014 йылда тыуған ҡыҙыҡай Һалдат күле буйлап йөрөргә була. Ул ярҙан 20 метр алыҫлыҡта уйнай һәм боҙ аҫтына төшөп китә. Күҙ алдына килтерегеҙ: һалҡын көн, боҙло һыу, бәләкәй балаға һәләк булыу өсөн бер-ике минут ваҡыт та етә бит.
Әммә, баланың бәхетенә күрә, был саҡта уның янында ысын ҡаһарман егет табыла. Уны 1980 йылғы Денис Наумчик ҡотҡара. Ул ошо ваҡытта ҡатыны һәм балалары менән паркта йөрөгән була.
Денистың һөйләүе буйынса, ул ҡыҙыҡайҙың йоҡа боҙ өҫтөндә йөрөгәнен алыҫтан күреп ҡала. Бер мәл боҙ ярыла һәм ҡыҙыҡай унда төшөп тә китә. Ир шунда уҡ баланы ҡотҡарырға ташлана һәм үҙе лә бата яҙа. Әммә туҡтап ҡалмай, йөҙөп бала янына барып етә һәм уны ярға һөйрәп сығарыуға өлгәшә. Бынан һуң ғаилә ҡыҙыҡайҙы өйөнә алып ҡайтып китә һәм тиҙерәк йылындырыу сараһын күрә. Шунан улар ғәҙәттән тыш хеҙмәттәргә хәбәр итә.
Асыҡланыуынса, ҡыҙыҡай паркта яңғыҙы, ата-әсәһеҙ йөрөгән. Денис баланың әсәһенә шылтырата, бының өсөн ул ҡыҙыҡайҙың еүешләнгән телефонынан симкаһын сығарып, үҙенең телефонына ҡуя. Ҡыҙыҡайҙың хәлен баһалау өсөн дауаханаға алып баралар, унан әсәһе килеп ала.
Бер уйлаһаң, батып барған баланы һыуҙан һөйрәп сығарыу ҡатмарлы ғәмәл түгел кеүек. Әммә ошо ваҡиға төшөрөлгән видеояҙманы күрһәң, тетрәнерлек. Янында ҡатыны һәм үҙенең балалары булған ир, ысынлап та, һис уйлап тормайынса, нисек бар шулай боҙло күлгә ташлана. Кис паркта һауа торошо минус 10 градус самаһы бит әле! Ҡапыл ҡорошҡаҡ тотоп, үҙенең да батыу ихтималлығы тураһында уйлап та тормай. Саҡ ҡына шикләнһә, уйланһа, бәлки, бөгөн ҡыҙыҡай яҡты донъяла булмаҫ та ине...
Бындай батырлыҡ иғтибарһыҙ ҡалманы, әлбиттә. Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Сергей Греков ҡаһарман яҡташыбыҙҙы бүләкләне. Уға Рәхмәт хаты һәм баш ҡала символикаһы төшөрөлгән сувенир тапшырҙы, Сергей Николаевич Денис Наумчиктың ҡыйыу аҙымын ҡаһарманлыҡ өлгөһө тип атаны.
– Денис Александрович, һеҙгә ҡала хакимиәте һәм үҙемдең исемдән ҙур рәхмәт. Афарин! Һеҙҙең кеүектәр менән ғорурланабыҙ, – тине ул.
Шулай уҡ Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы ла ирҙе бүләкләү мәсьәләһен хәл итә.