Йәмғиәт
21 Декабрь 2021, 12:00

Археологтар 88 ҡомартҡыны тикшергән

Боронғо Өфө музей-ҡурсаулығының археология бүлеге белгестәре 2021 йылға ялан миҙгеле һөҙөмтәләренә йомғаҡ яһаны

Белгестәр Баш­ҡорт­останда урынлашҡан федераль әһәмиәтле мәҙәни мираҫ объект­тарының техник торошон тикшерҙе.

“Өс мең километрҙан ашыу юл үтелде, Әлшәй, Бәләбәй, Бишбүләк, Дәү­ләкән, Миәкә, Стәрлебаш, Туймазы, Фёдоровка, Шаран райондарында һәм Стәрлетамаҡта 88 археологик ҡомартҡы тикшерелде”, – ти археологтар.

Белгестәр әйтеүенсә, әлеге ваҡытта был райондарҙа археологик ҡомартҡыларҙың бер өлөшө ҡәнәғәтләнерлек хәлдә түгел. Боронғо некрополдәргә һәм ауыл-ҡала биләмәләренә тәү сиратта кеше эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә кире йоғонто яһала.

“Археологик ҡомартҡыларҙың хәҙерге торошон күҙәтеү, уларҙы һаҡлауҙы тәьмин итеү мөһим. Был эшмәкәрлектең маҡсаты — һәйкәлдәрҙең емерелеү сәбәптәрен асыҡлау, шулай уҡ уларҙы һаҡлауҙы тәьмин итеү сараларын ваҡытында күреү”, — тип белдерҙе белгестәр.

Автор:Розалия Абдрафикова
Читайте нас