

Бөгөн Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры байрамса кейенгән балаларҙың, бәхетле ата-әсәләрҙең шат тауышынан гөрләп торҙо. Яңы йыл алдынан республиканың иң татыу, иң берҙәм ғаиләләре, төрлө конкурс еңеүселәре менән осрашыу, сәй табыны янында аралашыу, тормош тәжрибәһе менән уртаҡлашыу беҙҙә күркәм йолаға әүерелгән.
Был юлы Бөтә Рәсәй “Йыл ғаиләһе” һәм “Волга буйының уңышлы ғаиләһе” конкурстарында республика исеменән сығыш яһаусы һәм еңеү яулаусыларҙы тәбрикләргә Башҡортостан Башлығының хәләл ефете, “Бәхет биләмәһе” хәйриә фондының попечителлек советы рәйесе Каринэ Хәбирова һәм ғаилә, хеҙмәт, халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова килде.
Яңы йыл байрамы алдынан күркәм итеп биҙәлгән фойе, ҡупшы шыршы, сағыу гирляндалар, йылы мөнәсәбәт, иҫтәлеккә фотоға төшөүҙәр, бүләктәр оҙаҡ йылдарға матур хәтирә булып һаҡланыр. Беҙ был береһенән-береһе шәберәк ғаиләләр менән күптән таныш инде. Мәҫәлән, Салауат районынан һигеҙ йәшлек улы Линар, биш йәшлек ҡыҙы Лилиә менән осрашыуға саҡырылған Ирина һәм Айбулат Хәйрисламовтарҙы күптәр беләлер. Улар Бөтә Рәсәй “Ғаилә йылы” конкурсының “Йәш ғаилә” номинацияһында еңеү яуланы. Бөгөн сараға Ирина Ринат ҡыҙының килмәү сәбәбен дә белдек һәм һөйөндөк, баҡһаң, әсә ун көнлөк кенә улдары Ридан менән өйҙә ҡалырға мәжбүр булған.
Мәләүез районынан килгән Мәхмүтовтар ғаиләһе ошо уҡ мәртәбәле конкурста “Алтын ғаилә” номинацияһында еңеүсе булғайны. Фәүзиә Сибәғәт ҡыҙы менән Зиннәт Низам улы, бына инде илле йыл буйы татыу ғаилә ҡороп, аңлашып, дүрт бала, тиҫтәгә яҡын ейән һәм бүлә үҫтереп, тормоштан йәм табып йәшәй белә. Ғаилә башлығы “Трудовик” колхозында механизатор булып эшләп, Хеҙмәт Даны орденына лайыҡ булған, “Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемде йөрөтә. Ғүмер буйы үҙешмәкәр түңәрәктә ҡатнашып, йыр-моң донъяһында гиҙгән Зиннәт Низам улы бөгөн дә ҡурайын ҡалдырмаған, сарала ҡатнашыусыларҙы моңо һәм йыры менән ҡыуандырҙы. Фельдшер булып эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан Фәүзиә Сибәғәт ҡыҙы менән райондың мәҙәни тормошонда әле лә әүҙем ҡатнашып йәшәйҙәр. Осрашыуға улар ҡыҙҙары Гөлсинә һәм Гөлшат, кейәүҙәре Айнур, Дамир менән килгән.
Аис Маликов һәм Гөлсирен Дербенева, моғайын, республикала иң күп бала тәрбиәләгән ғаиләлер ҙә. Краснокама районында йәшәгән пар 28 бала тәрбиәләй, хәҙер өс ейәндәре бар. Бөтә Рәсәй “Ғаилә йылы” конкурсында “Иң күп балалы ғаилә” номинацияһында улар хаҡлы рәүештә еңеүсе булды. Ата-әсә балаларҙың бишеһен уллыҡҡа, 23-өн тәрбиәгә алған. Ысын мәғәнәһендә интернациональ ғаилә төрлө милләт балаларына яҡшы тәрбиә, белем, һөнәр бирергә тырыша. Осрашыуға ете балалары менән килгәндәр.
Зөлиә менән Ғәзиз Сираевтар – Бишбүләк районында иң әүҙем ижади ғаиләләрҙең береһе. Бөтә Рәсәй конкурсының республика этабында “Ауыл ғаиләһе” номинацияһында еңеү яулағандан һуң, Рәсәй кимәлендә лә уңышлы сығыш яһанылар. Әле йәш ғаилә Әмир һәм Әминә исемле ике бала тәрбиәләй. 2020 йылда “Өлгө ал” республика конкурсында ҡатнашып, “Атайым проекты”нда еңеү яулағандар. Ауыл эргәһендәге шишмә биләмәһен төҙөкләндереү эшен үҙ өҫтөнә алғандар. Уларҙың тағы бер мауыҡтырғыс шөғөлдәре бар – самауырҙар коллекцияһын тулыландырыу. Ғаилә сәйәхәт итергә, спорт менән шөғөлләнергә ярата. Зөлиә заманса визажист һөнәрен үҙләштерә, Ғәзиз иһә ата-бабаларҙың эшен дауам итә. Эшҡыуар һарыҡсылыҡты үҫтереүгә тотонған. 350 һарыҡҡа “етәкселек итеү” еңел түгелдер, әлбиттә. Әммә егет һыр бирмәй, ер ҙә, эшләү өсөн шарттар ҙа бар, ти.
Ишембай районынан осрашыуға килгән Исмәғилевтәр “Волга буйының уңышлы ғаиләһе” конкурсының “Иң татыу ғаиләһе” номинацияһында еңеү яулағайны. Гөлфәйрүз Авзалҡан ҡыҙы әйтеүенсә, иптәше Ишбулды Миңлегәрәй улы менән әле һигеҙ бала тәрбиәләйҙәр, бер баланы уллыҡҡа алғандар. Бөгөн ете ҡыҙы һәм ике улы менән осрашыуға килгәндәр. Ҡайһы бер балалары күптән үҙаллы тормош көтә, сабыйҙар тәрбиәләй.
Бына шундай өлгөлө, һоҡланғыс, хеҙмәт һөйөүсән ата-әсәләр менән танышып, фәһем алдыҡ, ғорурландыҡ һәм ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән һәр бала өсөн һөйөндөк. Мәртәбәле конкурстарҙа ҡатнашып, республика данын яҡлаған, балаларына яҡшы йәшәү өлгөһөн күрһәткән ғаиләләр дипломдар, таныҡлыҡтар менән наградланды, ә балалар китаптар, байрам бүләктәре алып ҡыуанды. Бүләккә бирелгән самауырҙар ғаилә мөхите, күңел йылыһы, табын муллығы билдәһе булып йорттарҙы биҙәһен.
Динә АРЫҪЛАНОВА.