Йәмғиәт
21 Декабрь 2021, 11:01

“Башҡортостан”дан айырылғаны юҡ

Р. Мирхәйҙәровтың шәхси архивынан.Р. Мирхәйҙәровтың шәхси архивынан.
Фото:Р. Мирхәйҙәровтың шәхси архивынан.

Рифат Мирхәйҙәровтың исеме гәзитебеҙҙең уҡыусыларына яҡшы таныш. Ул – тыуған төйәк тарихын өйрәнеү тураһында ҡыҙыҡлы мәҡәләләр менән сығыш яһаған авторыбыҙ, шулай уҡ аҙна һайын тигәндәй йома һанындағы сканвордҡа ла дөрөҫ яуап ебәреп торған тоғро дуҫыбыҙ.

Рифат Мәүлит улы сығышы менән Салауат районының Урмансы ауылынан. Һөнәре ҡушыуы буйынса күрше Башҡорт Ил­секәйе ауылы мәктәбендә эш башлай һәм ошо ауылда төпләнә. Тормош юлдашы Зөлфирә Фәйрүз ҡыҙы менән татыу ғаилә ҡороп, ике бала тәрбиәләп үҫтергәндәр. Уларға матур тәрбиә биргәндәр, бөгөн икеһе лә һөнәрле булып, тормошта үҙ урындарын тапҡан. Мирхәйҙәровтарҙың Камила исемле ейәнсәре менән ейәне Роберт – ҡартатай менән өләсәйҙең көтөп алған ҡунағы.

Рифат Мәүлит улы ла, Зөлфирә Фәйрүз ҡыҙы ла бөтә ғүмерен уҡытыусылыҡ эшенә арнай. Хәләл ефете 35 йыл башланғыс кластарҙы уҡытып, хаҡлы ялға сыҡҡан, ә Рифат ағай мәктәптә эшләүен дауам итә. Ул районда көслө математика уҡытыусыһы булып танылған. Шуныһы ҡыҙыҡ: уға был фәндән кәләшен дә, балаларын да уҡытырға тура килгән. “Рифат 1981 йылда беҙҙең мәктәпкә эшкә килде. Ул ваҡытта мин VIII класта уҡый инем. Мәсәғүт педагогия училищеһын тамамлап ҡайтҡас, дуҫлашып китеп, 1987 йылда ғаилә ҡорҙоҡ”, – тип матур хәтирәләргә бирелде Зөлфирә ханым.

Рифат Мирхәйҙәровты төбәк халҡы тыуған яҡты өйрәнеүсе булараҡ та яҡшы белә. “Был мауығыуым бик күптән килә. Балалар менән  тикшеренеү эштәре алып барҙыҡ, йәнтөйәкте өйрәнеү, шәжәрә конкурстарында үҙебеҙҙе һынап ҡараныҡ. Төрлө ғилми-ғәмәли сараларҙа даими ҡатнашып торам, сығыштарым йыйынтыҡтарҙа ла баҫыла”, – ти илһөйәр уҙаман.

Рифат Мәүлит улы милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың тормош юлын, Пугачев ихтилалын өйрәнеү, 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан яҡташтарын асыҡлау йәһәтенән байтаҡ эш башҡарған. Ошо эшмәкәрлектең һөҙөмтәһе булып, Урмансы мәктәбе музейына Ватан һуғышында француздарға ҡаршы алышҡан яҡташтарҙың исемдәре яҙылған стенд эшләнгән, ә ауылда стела булдырылған. Башҡорт Илсекәйендә Салауат Юлаевтың көрәштәше Илсекәй Биктуғановҡа арналған стела асылған.

– Тарих менән мауығыуым көслө булғас, матбуғатта ла ошо темаға өҫтөнлөк бирәм. Ә “Башҡортостан” гәзитенә килгәндә, беҙ унан ғүмер буйы айырылғаныбыҙ юҡ. Бала саҡта әсәй-атайым алдырҙы. Эшләй башлағас, мотлаҡ үҙем яҙылдым. Әле лә милли баҫмаларҙы яратып уҡыйбыҙ, “Башҡорт­остан”дан тыш, “Ватандаш”, “Ағиҙел” журналдарын, “Йәншишмә” гәзитен, үҙебеҙҙең “Йүрүҙән”де алдырабыҙ. Балалар бәләкәй саҡта “Аманат”ты яратып уҡыны.

Әйткәнемсә, миңә тарихҡа бәйле мәҡәләләр оҡшай, шулай уҡ уҡытыусы булараҡ, мәғариф, тәрбиә, ауыл тормошона арналған яҙмаларҙы, кәңәштәрҙе лә яратып уҡыйым, – тип матбуғат тураһында фекерҙәре менән ихлас уртаҡлашты Рифат Мәүлит улы.

Абруйлы уҡытыусы, Яңы йыл менән тәбрикләп, ҡотлау һүҙҙәрен дә еткерҙе:

– Милли баҫмаларыбыҙ йәшәһен, тираждары артһын. Барлыҡ Башҡортостан халҡына һаулыҡ, бәрәкәтле ғүмер теләйем. Рухлы, аңлы, сәмле халыҡ булайыҡ! – тине гәзитебеҙҙең тоғро дуҫы.

Читайте нас