Йәмғиәт
21 Декабрь 2021, 12:32

“Башҡортостан”ды алдырмау үҙеңде хөрмәт итмәүгә тиң”

Шәхси архивтан.Шәхси архивтан.
Фото:Шәхси архивтан.

Мәрйәм Нәҙербаеваны Баймаҡ районында ғына түгел, бүтән төбәктәрҙә лә яҡшы беләләр. Ул фиҙакәр хеҙмәте менән халыҡ араһында абруй ҡаҙанған, һөнәрен яра­тып башҡара, өҫтәүенә уңған хужабикә лә.

– Эшеңә күңел һалырға кәрәк, шул саҡта ғына барыһы ла уң килеп тора, – тип һөйләй Мәрйәм Морат ҡыҙы. – Беҙ, почта хеҙмәткәрҙәре, һәр саҡ халыҡ араһында, барыһы менән дә уртаҡ тел таба белеү зарур.

Мәрйәм Нәҙербаева – Баймаҡ районының Мерәҫ ауылы бүлексәһендә почта начальнигы. Уның етәкселегендә бер почтальон – Миләүшә Килдейәрова Мерәҫ һәм Бәхтегәрәй ауылдарына гәзит-журнал, хат ташый. Элекке йылдарҙан айырмалы, әле аҙнаһына ике тапҡыр почта тараталар икән.

Мәрйәм Морат ҡыҙы тыумышы менән Үрге Яйыҡбай ауылынан. Почта тармағында 2004 йылдан бирле эшләй. Башта почтальон булған, эшен тәрән белгәне һәм бурысына яуаплы ҡарағаны өсөн уны үрләткәндәр.

Мәрйәм Нәҙербаева һөй­лә­үен­сә, ошо ике ауылда яҡынса 200 йортта гәзит-журнал алдыралар. “Башҡортостан” респуб­ли­­ка гәзитенә тиҫтәнән ашыу яҡ­ташы яҙылған, быйыл да шул сама кеше баҫмабыҙҙы алдырасаҡ.

Ғөмүмән, Мәрйәм апайҙы белмәгән кеше һирәктер. Алсаҡ ханым көн һайын тиерлек халыҡ араһында. Уның эше бик яуаплы һәм кәрәкле. Был юлы танышыбыҙҙы Мерәҫ ауылы урамында тап иттек. Бынан тыш, ул Бәхтегәрәйгә лә йыш килә.

– Ауылда эш һөйөүсән ғаиләлә тыуып, үҙем дә хеҙмәттә ҡайнап үҫкәс, бер һөнәрҙән дә ҡурҡмайым, – тип дауам итә һүҙен әңгәмәсем. – Етәкселек яуаплы вазифаға тәҡдим иткәс, һис икеләнмәйенсә ризалаштым. Һәр саҡ яҡташтарым янындамын хәҙер, кем әйтмешләй, һуңғы яңылыҡтарҙы иң беренсе белеп бүтәндәргә еткереүсемен. Хатта ҡайһы берәүҙәр минең аша туған-тыумасаһына, дуҫтарына, әхирәттәренә төрлө хәбәр һәм сәләм еткереүҙе һорай. Һәр үтенесте ихлас үтәйем.

Ғөмүмән, почтальон – үҙенә күрә идеолог та. Кешеләргә рухи аҙыҡ таратыуҙа ул ҙур эш башҡара. Кемдәрҙер, ҡайһы журнал-гәзиткә яҙылырға икән, тип баш ватҡанда, һәр береһенә йүнәлеш бирә, теге йәки был баҫманың үҙенсәлеге хаҡында һөйләй.

Мәрйәм апай раҫлауынса, әле кешеләр күбеһенсә ғибрәтле хәл-ваҡиғалар, аяныслы яҙмыш­тар тураһындағы мәҡәләләрҙе ҡулдан-ҡулға йөрөтөп уҡый. Тиражды арттырыуҙың юлы гәзитте йөкмәткеле, уҡымлы итеү түгелме ни?!

Ә Мәрйәм Нәҙербаева кеүек почтальондар был эштә беҙгә ныҡ ярҙам итә.

Баймаҡ районы.

Читайте нас