

Һәр ҡунаҡсыл хужабикә байрам өҫтәленә тәмле бауырһаҡ ҡуйыусан. Ул – халҡыбыҙҙың яратҡан милли ризыҡтарының береһе.
“Бауырһаҡ” һүҙе “бауырлыҡ”тан килеп сыҡҡан, йәғни борон был аҙыҡ аттың бауырлығы янында тағып йөрөтөлгән. Бынан тыш, был “бауырҙаш” һүҙе ҡан туғандар булыуға ишара мәғәнәһен дә аңлата. Борон ошо ашамлыҡ һыбай сабып барған кешегә, эйәрҙән дә төшөп тормайынса, тиҙ генә ашап алыу мөмкинлеген биргән: көнитмешенең күп өлөшөн атта үткәргәндәр өсөн бик ҡиммәт һәм кәрәкле булған. Ошо хаҡта Башҡортостандың Матди булмаған мәҙәни мираҫ китапханаһы сайтында әйтелгән.
Тап бына ошо яратҡан тәғәмебеҙ – Стәрлебаш бауырһағы – быйыл көҙ “Беҙҙең Бренд. Халыҡтың таныуы” беренсе төбәк аҙыҡ-түлек конкурсы барышында тауыш биреүҙә еңеп сыҡты һәм Яңы йыл аҙыҡ-түлек йәрминкәһендә бүләкләнде. Әйткәндәй, республикабыҙҙың Ауыл хужалығы министрлығы һәм Башҡортостан күргәҙмәләр компанияһы ойошторған был сарала 48 муниципаль берәмектән 118 бренд ҡатнашты. Теләге булған һәр кем “Беҙҙең бренд” сайтында теге йәки был райондың, йә иһә ҡаланың сифатлы ризығы өсөн тауыш бирҙе. Шуныһы үҙенсәлекле: был сара республика брендтары географияһын барлыҡҡа килтерҙе, ҡайҙа һәм ниндәй милли аҙыҡ-түлек етештерелеүен асыҡлау мөмкинлеген бирҙе.
Күптәр, нигеҙҙә, шифалы, хуш еҫле бал һәм файҙалы ҡымыҙҙан тыш, беҙҙә башҡа бына тигән бихисап сифатлы аҙыҡ-түлек әҙерләнеүе, етештереүе хаҡында хәбәрҙар булды.
Бауырһаҡҡа бәйле ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр ҙә бар. Уның илебеҙҙәге иң ҙуры – 179 килограмлығы – Өфөләге Салауат Юлаев майҙанында әҙерләнгәйне. Уны бешереү өсөн 1006 йомортҡа, 25 килограмм шәкәр ҡомо, 70 килограмм он, 50 килограмм бал сарыф ителгән.
ШОС һәм БРИКС илдәре эшҡыуарҙарының V форумы барған мәлдә 150 килограмм тәшкил иткән бауырһаҡтан #UfaForumSCOandBRICS хештегы конструкцияһын “төҙөгәйнеләр”. Был ҡаҙаныш Рәсәй рекордтары китабында теркәлгән.