Йәмғиәт
21 Декабрь 2021, 10:15

“Бер кем дә онотолманы”

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, зыяраттарҙа ветерандарҙың ташландыҡ ҡәберҙәре күп...

“Бер кем дә онотолманы”“Бер кем дә онотолманы”
“Бер кем дә онотолманы”

Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров социаль селтәр аша “Бер кем дә онотолманы” төбәк партия проектын тормошҡа ашырыу буйынса тура эфир үткәрҙе. Унда министрлыҡтар, муниципалитеттар, хәрби комиссариат, Йәмәғәт палатаһы, эҙәрмән отрядтары һәм йәштәр ойошмалары вәкилдәре ҡатнашты.

Ватанды һаҡлаусыларҙың тарихи иҫтәлеген һаҡлау маҡсатында “Берҙәм Рәсәй” партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе былтыр июлдә “Бер кем дә онотолманы” проектын ғәмәлгә индереү тураһында ҡарар ҡабул иткәйне. Уның маҡсаты – яугирҙәрҙең ҡәберлектәрен тәртиптә тотоу, төҙөкләндереү. Проектҡа ирекмәндәр, төрлө кимәлдәге депутаттар, муниципалитет хакимиәттәре, профилле министрлыҡтар, ведомстволар һәм башҡалар йәлеп ителде.

Проекттың Йәмәғәт советы ла ойошторолдо. Унда “Берҙәм Рәсәй” партияһы, Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, Мәғариф һәм фән министрлыҡтары, Йәмәғәт палатаһы, Өфө ҡала Советы, Һуғыш, хеҙмәт, Ҡораллы Көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандарының республика советы, Йәштәрҙә ватансылыҡ тәрбиәләү һәм хәрби хеҙмәткә әҙерләү үҙәге, эҙәрмән отрядтары вәкилдәре инде.  

– Үҙемдең округ буйлап йөрөгәндә юл, йорттар, мәктәптәр, балалар баҡсалары менән бер рәттән зыяраттарға ла иғтибар итәм. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында республиканан 720 меңгә яҡын кеше фронтҡа киткән, шуның яртыһы ғына әйләнеп ҡайтҡан. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, зыяраттарҙа ветерандарҙың ташландыҡ ҡәберҙәре күп, уларҙы берәү ҙә тәртипкә килтермәй. Улар фашизмды еңгән, беҙҙең изге бурысыбыҙ – уларға хөрмәт күрһәтеү. Әле ошо юҫыҡтағы эш планы төҙөлдө. Уның төп маҡсаты – ҡәберҙәрҙе төҙөкләндереү, “Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәренең электрон хәтер китабы”н тулыландырыу. Ике йылда ирекмәндәрҙең, юнармеецтарҙың, муниципалитеттарҙың һәм яугирҙәрҙең туғандарының тырышлығы менән 6163-кә яҡын ҡәбер тәртипкә килтерелде. Үҙем Әбйәлил, Баймаҡ, Ейәнсура, Йылайыр, Күгәрсен, Көйөргәҙе, Федоровка райондарындағы, Күмертау һәм Өфө ҡалаларындағы 37 яугирҙең ҡәберен төҙөкләндереүҙә ҡатнаштым, – тине Зариф Байғусҡаров.

Әйткәндәй, селтәр аша сайттан яҡындарының ҡәберен табырған теләгәндәр өсөн үҙенсәлекле программа бар. Унда Башҡортостан Республикаһы зыяраттары, уларҙа ерләнгән билдәле шәхестәр, ветерандар тураһында мәғлүмәт бирелгән. Ә “Ерләнгән урынды табыу” тигән бүлектә кешенең ҡәберен табырға мөмкин.

Фото: vk.com/bayguskarov_

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас