Йәмғиәт
21 Декабрь 2021, 11:52

Герман туғандарын ҡотҡара

mchsrb.mchsrb.
Фото:mchsrb.

Быйыл яҙ Өфө районының Алексеевка ауылының Болонло урамында янғын сыға. Янғын һүндереүселәр килеүгә ике ҡатлы йортҡа ут тоҡанған була. Улар утты 30 минутта тулыһынса һүндереүгә өлгәшә.

Бер ҡарауға сираттағы янғын кеүек тойолһа ла, унда оло фажиғәгә тарый яҙғандар. Ут сыҡҡан саҡта йортта 14, туғыҙ һәм дүрт йәшлек өс бала ҡарау­сыһыҙ була. Етмәһә, туғыҙ йәшлек бала аутизм сире менән ауырый. Әсәйҙәре өйҙә булмаған – теше һыҙлап, стоматологка киткән, ә өлкән малайы бәләкәй туғандарын ҡарап ҡалған.

Туғыҙ йәшлек Богдан һөйләшмәй, үҙе башҡа­ларҙың әйткәнен дә ауыр аңлай. Ул икенсе ҡаттағы ваннаға йыуынырға мен­гән. Ғаиләләге иң өлкән малай һәм бәләкәстәр беренсе ҡатта телевизор ҡарап ҡалған. Бер ни тиклем ваҡыттан өлкән малай, йәғни Герман икенсе ҡатта аңлашылмаған тауыштар ишетә һәм ҡарарға тип йүгереп менә. Ул саҡта инде икенсе ҡатты төтөн баҫҡан була, бер нәмә лә күренмәй. Үҫмер юғалып ҡалмай: йүгереп ванна бүлмәһенә инә һәм Богданға сығырға ярҙамлаша. Улар иҙәнгә сүкәйеп, баҫҡыс яғына килә, беренсе ҡатта иһә дүрт йәшлек ҡустылары Егор көтөп торған була.

Икенсе ҡат янған саҡта 14 йәшлек Герман ике ҡустыһын да тышҡа сығарып өлгөрә. Туғандарын ҡотҡарғас, ул өйҙәрендә ут сығыуы тураһында янғын һағына хәбәр итә. Бәхеткә күрә, зыян күреүселәр юҡ. Үҫмерҙең дөрөҫ ҡарар ҡабул итеп, тиҙ арала сара күреүе һөҙөмтәһендә туғандары үлемдән ҡотҡарыла, ҙур фажиғәгә юл ҡуйылмай.

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы Германды батырлығы өсөн бүләкләүҙе юллап,  документтар тапшырған. 

Читайте нас