

Республика әһәмиәтендәге Күмертау ҡалаһына дүрт биләмә инә. Уны Башҡортостандың көньяҡ ҡапҡаһы тип атаһаҡ та хата булмаҫ. Ҡала һуңғы йылдарҙа ныҡ үҫеш кисерә. “Күмертау” махсус социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһе тип рәсми таныу ҙа быға булышлыҡ итә.
Ҡалала йәштәргә төплө белем биреүгә иғтибар ҙур. Быйыл республиканың алдынғы уҡыу йорттарының береһе булған Өфө дәүләт нефть техник университеты менән хеҙмәттәшлек нигеҙендә “Перспектива” белем биреү комплексында профилле класс асылған. “Ваҡыт мәктәбе” сиктәрендә ойошторолған иң яҡшы проекттар конкурсында Күмертау ҡалаһы еңеүгә өлгәшә.
Балаларҙың ялын төрләндереү маҡсатында Гагарин исемендәге паркта яңы аттракциондар ҡуйылған. Алексеевка ауылында иһә Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәренә монумент асылған.
Ҡаланың Округ һәм Дзержинский урамдарында республиканың иң ҙур проекттарының береһе булған “Башҡорт ихатаһы” программаһы уңышлы ғәмәлгә ашырыла. Шулай уҡ “Шахтер” стадионы төҙөлә.
Бында инвестициялар йәлеп итеү эше уңышлы бара. Мәҫәлән, йыл башында “Күмертау” махсус социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһе резиденттары исемлегенә алты ҡатнашыусы өҫтәлгән, инвестициялар күләме 70 миллион һумға артҡан, ә булдырылған эш урындары 120 урынға күберәк булған. Ғөмүмән, республикала махсус социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһе тип иғлан ителгән биш ҡаланың резиденттар реестрында ла инвестициялар йәлеп итеү буйынса Күмертау тәүге урында тора.