

Ҡупшы кейенгән, йөҙөнән йылмайыу китмәгән оло йәштәге инәйҙе редакцияла күреү бер аҙ аптыратты. Ошондай сир йоҡтороу хәүефе һаҡланған мәлдә хәүефләнмәйенсә ниңә килергә булған? “Һеҙ ҡурҡмағыҙ минән, балаҡайҙар, мин һәйбәт әбей ул, – тип көлдөрҙө Нажиә инәй. – Битлек кейәм, коронавирусты еңеп сыҡтым. Табиптарға рәхмәтте һеҙҙең гәзит аша белдерергә булдым”.
93 йәшлек һуғыш һәм хеҙмәт ветераны Нажиә Исмәтованың яҙмышы китап яҙырлыҡ. “Көйөнөстәремә ҡарағанда һөйөнөстәрем күберәк булды”, – ти ул. Судта секретарь булып та эшләгән: “Һеҙҙең яҙыу-һыҙыу эшен яҡшы аңлайым”, – ти Нажиә Рәхим ҡыҙы.
“Медицина хеҙмәткәрҙәре араһында ололарға ихтирамлы, кеселекле, йылы ҡарашлы табиптар барлығына һөйөндөм, элек ундайҙар күберәк була торғайны ла... Хәҙер заман ныҡ үҙгәрҙе шул, балаҡайҙар, ябай кешеләргә иғтибар аҙыраҡ, мөнәсәбәт ҡырыҫыраҡ. Хәҙер үҙем менән булған хәлде һөйләйем. Май айында бөтә донъяны ялмаған сир миңә лә килеп эләкте. Хәлде ала торған насар вирус икән. Участка табибын өйгә саҡырттым, мине компьютер томографияһына ебәреүен үтенеп һораным. “Начмедтың рөхсәте кәрәк”, – тип ул миңә йүнәлтмә бирмәне. Аптырап торманым, Өфөнөң 5-се поликлиникаһына юлланырға булдым, бәлки, оло кешенең хәленә инерҙәр, тигән өмөт бар. Тәүҙә поликлиниканың баш табип урынбаҫары Оксана Дмитриеваның ишеген шаҡыным. Ул мине иғтибар менән тыңлағандан һуң, терапия бүлеге мөдире Гөлнара Ғәзизованы саҡырҙы. Ҡулыма 6-сы дауаханаға компьютер томографияһы үтергә “Тиҙ!” тигән яҙыу менән йүнәлтмә тотторҙолар. Ул ғынамы, миңә “Ашығыс ярҙам” машинаһын биреп ҡуйҙылар. Тикшереү үткәс, кире килтерҙеләр. Өйҙә дауаланыу өсөн дарыуҙар тәғәйенләнеләр. Әллә дарыуҙары, әллә йылы мөнәсәбәттәре килеште, тиҙ арала йүнәлдем, вирусты еңдем.
Оҙаҡламай йәнә табиптар ҡулына ҡалдым. Оло кеше булһам да, тешһеҙ йәшәп булмай, вирустан ҡурҡып, ошо матур заманда бөтә мөмкинлектәр барҙа тешһеҙ йөрөү килешмәй тип, стоматология клиникаһына килдем. Һәҙиә Дәүләтшина урамындағы “Айытов клиникаһы”нда минең һаулыҡты тикшереп, тештәремде дауалау һәм ҡуйҙырыу тураһында кәңәшләштеләр. Теш ҡуйҙырыуҙың уйын түгеллеген беләм, ваҡыты ла, аҡсаһы ла кәрәк. Шөкөр, минең барыһы ла бар.
Клиника хужаһы Рөстәм Мөҙәрис улы үҙе мине ҡабул итте. Эш ҡатмарлы ғына буласаҡ икән. Табип, үҙенең урынбаҫары Елена Федорова менән кәңәшләшеп, эште үҙҙәре башҡарып сыҡмаҡсы булды. Дауаланылар, тештәрем хәҙер ялтырап тора, бик уңайлы булды. Тәүҙә эш өсөн 25 мең һум аванс ҡалдырғайным, аҙаҡ ҡалғанын түләргә тейеш инем. Һуғыш һәм хеҙмәт ветеранына оло хөрмәт һәм ҡәҙер күрһәтеп, табиптар миңә бушлай теш ҡуйҙы, түләгән аванс аҡсаһын өйөмә кире килтереп бирҙеләр. Кеше һөйләһә, бәлки, ышанмаҫ та инем. Рөстәм Мөҙәрис улы Айытов етәкселегендәге клиника коллективына ҙур рәхмәт! Ошондай нурлы йөҙлө, ярҙамсыл кешеләр барында донъя йәмләнеп, йәшәгеләр килеп китә!”