Йәмғиәт
21 Декабрь 2021, 12:03

“Мин үҙемде герой тип һанамайым...”

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы.Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы.
Фото:Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы.

“Ысын геройҙар плащ кеймәй”, тигән әйтем бар халыҡта. Көндәлек тормошта ябай ғына күренгән, әммә ҙур йөрәкле, ҡаһарман, кәрәк саҡта ысын герой булырлыҡ замандаштарыбыҙ тураһында шулай тиҙәр. Улар кешеләрҙе ҡотҡарыр өсөн янған өйгә инә, боҙло һыуға һикерә, беренсе медицина ярҙамы күрһәтә.

Әле лә ҡарап тороуға ябай, әммә ҙур батырлыҡ ҡылған кеше тураһында һөйләге килә. Ул – Стәрлетамаҡ ҡалаһынан Евгений Талынев. Ноябрь аҙағында ошо ҡалала янғын сыға. Ике ҡатлы шәхси йортта төндә ут тоҡанып, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 34 йәшлек ғаилә башлығы һәм уның 12 йәшлек улы һәләк була.

Был төндә атай кеше өс бала менән өйҙә ҡала. Әсәләре иһә заводҡа төнгө сменаға эшкә китә. Өй яна башлағанын тәүҙә 14 йәшлек ҡыҙыҡай тоя. Ул 12 йәшлек ҡустыһын етәкләп алып сыға, әммә бала йортҡа кире инеп китә һәм, үкенескә ҡаршы, сыға алмай. Был ваҡытта өйҙә йәнә биш йәшлек сабый менән ғаилә башлығы ҡалған була.

Тап ошо мәлдә Евгений Талынев булмаһа, янғында тағы бер кешенең – биш йәшлек малайҙың да ғүмере өҙөлөр ине. Ябай ғына эшсе ир шул хәл-ваҡиға тураһында түбәндәгеләрҙе бәйән итте.

“Төнгө сәғәт 4-тә ҡатыным уятты һәм, күршеләрҙә янғын, ахыры, тине. Нисек өлгөрҙөм, шулай кейендем дә сығып йүгерҙем. Урамдан ингәндә, ихатала ҡыҙыҡай йүгереп йөрөй ине. Ул өйҙә яҡындары ҡалғанын әйтте. Стена буйлап икенсе ҡатҡа мендем, кәрнизгә йәбештем дә бәләкәй баланы күреп, саҡыра башланым. Ул тәҙрә төбөнә килде лә ҡулын һуҙҙы. Баланы тартып алдым һәм кәрнизгә тотондом. Төшкәс, ҡыҙыҡайға ҡустыһын бирҙем дә, беҙгә барығыҙ, тинем. Ҡыш бит, ныҡ һыуыҡ ине. Өйҙә төтөн... Башҡаларҙы ҡотҡарып булманы шул. Үҙемде герой тип иҫәпләмәйем, минең урында бөтәһе лә шулай итер ине”, – тигән Евгений.

Эйе, ир был ҡылығы менән маҡтанмай, киреһенсә, бүтәндәрен дә ҡотҡара алма­ғанына үкенә. Әммә янғында ире һәм улы үлгән ҡатын бәләкәй сабыйын да юғалтһа, артабан нисек йәшәр ине икән? Әлбиттә, Евгений – беҙҙең дәүер геройы. Уның ише ҡаһарман йөрәкле кешеләр күберәк булһын ине.

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр ми­нистр­лығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығында ҡыйыу ирҙе баланы ҡотҡарғаны өсөн бүләкләү мөмкинлеген ҡарайҙар.

Читайте нас