Йәмғиәт
21 Декабрь 2021, 09:15

"Пазик"тар ҡасан алмаштырылып бөтөр?

Пассажирҙар ташыуҙы ойоштороуҙың төп шарты – уңайлылыҡ һәм хәүефһеҙлек, ә "ПАЗ-3205" автобустары быларға тап килмәй.

"Пазик"тар ҡасан алмаштырылып бөтөр?"Пазик"тар ҡасан алмаштырылып бөтөр?
"Пазик"тар ҡасан алмаштырылып бөтөр?

Кисә 20 декабрҙә Башҡортостан Хөкүмәтендә үткән ултырышта республика Башлығының Өфө ҡалаһы йәмәғәт транспорты маршруттарында "ПАЗ-3205" маркалы автобустарҙы алмаштырыу тураһында йөкләмәһенең үтәлеше тикшерелде. Ултырышты Башҡортостан Премьер-министры Андрей Назаров алып барҙы. Пассажирҙар ташыуҙы ойоштороуҙың төп шарты – уңайлылыҡ һәм хәүефһеҙлек, ә "ПАЗ-3205" автобустары быларға тап килмәй, тине ул. Шуға күрә төбәк Башлығы иҫкергән күсмә составты яңыһына алмаштырыу бурысын ҡуйғайны.

Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Булушев белдереүенсә, 20 декабргә ҡарата Өфөлә өс ташыусыла 57 берәмек автобус ҡалған. Улар – шәхси эшҡыуар Исҡалин, “ПАН АВТО” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте һәм шәхси эшҡыуар Батыров. Был йүнәлештә эш дауам итә.

– Шул уҡ ваҡытта шәхси эшҡыуар Батыров – 50-нән ашыу автобусын, “ПАН-АВТО” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте – 14, шәхси эшҡыуар Исҡалин дүрт автобусты алмаштырҙы, – тине Александр Булушев.

Иҫке күсмә составты алмаштырыу буйынса эш йыл аҙағына тиклем тамамланасаҡ. Бынан тыш, яҡын арала инвестор пассажирҙар ташыу өсөн 70 берәмек яңы состав – ҙур класлы автобустар бирергә әҙер. Йыл аҙағына тиклем улар ваҡытлыса транспорт картаһы буйынса маршрутҡа сығасаҡ.

Андрей Назаров "ПАЗ-3205" маркалы автобустарҙың артабан нисек файҙаланылыры менән ҡыҙыҡһынды, бында һүҙ тулыһынса төҙөк һәм хәүефһеҙ машиналар хаҡында ғына бара. Төбәктең транспорт министры Александр Булушев хәбәр итеүенсә, ҡәнәғәтләнерлек хәлдәге автобустар яҡын арала муниципаль-ара маршруттарға сығыуы ихтимал.

–  Беҙ шәхси ташыусылар менән эш алып барабыҙ, муниципаль-ара маршруттарҙа "ПАЗ"-дарҙы файҙаланырға тәҡдим итергә теләйбеҙ. Күсмә япмалы, ҡырсынташлы юлдарҙа бындай машиналарға ихтыяж ҙур. Кәрәк булған ерҙә ошондай автобустар барлыҡҡа килер, – тине министр.  

Сығанаҡ: pravitelstvo.ru

Фото: ntws102.ru 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас