

Бөгөн дә Республикаға идара итеү үҙәге Башҡортостан юлдаш телевидениеһының “Сәләм” тапшырыуында тура бәйләнешкә сыҡты. Үҙәк хеҙмәткәре һуңғы тәүлектә халыҡ күберәк ниндәй һорауҙар менән мөрәжәғәт итеүен һөйләп ишеттерҙе.
Башҡортостанда “Күп фатирлы йорттарҙа подъездарҙы комплекслы ремонтлау” программаһын финанслау 2,5 тапҡырға арттырылған. Ул 2019 йылда башланғайны, 2024 йылға ҡәҙәр дауам итә. Подъездарҙы 365 көн эсендә рәткә килтерергә бурыслылар. Был хаҡта эфирҙа торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса куратор Тимур Ханнанов бәйән итте.
Тап һеҙ йәшәгән биләмә программаға эләкһен өсөн, милекселәрҙең дөйөм йыйылышын үткәрергә, ҡарар ҡабул итергә һәм уны район хакимиәтенә тапшырырға кәрәк. Йыйылыштар киләһе йылдың 1 июленә хәтлем үтергә тейеш – был бик мөһим!
Өфө, Ағиҙел, Стәрлетамаҡ, Межгорье ҡалаларында, Благовещен, Иглин, Хәйбулла райондарында урынлашҡан 117 өйҙөң 362 подъезын йүнәтеү күҙ уңында тотола. 2022 йылда был маҡсатҡа 522 миллиондан һумдан ашыу аҡса бүленә. Уның 90 проценты – республика ҡаҙнаһынан, ҡалған 10-ы – урындағы үҙидара органдарынан.
Халыҡты борсоған мәсьәләләргә килгәндә, Тимур Ханнанов түбәндәге иң күп мөрәжәғәттәргә туҡталып китте:
– Һауа торошо үҙгәреп, көн бурналап китеүе, епшек ҡар яуыуы юлда хәүеф тыуҙыра. Ошоға бәйле иң күп – 138 мөрәжәғәт теркәлгән. Икенсе урында – төҙөкләндереү эштәренә бәйле һорауҙар – 72, һаулыҡ һаҡлауға ҡағылған 43 мөрәжәғәт теркәлгән.
Был турала “Сәләм”дең рус телендә барған өлөшөндә һөйләнелде. Бынан тыш, башҡорт телендәге эфирҙа Республикаға идара итеү үҙәге хеҙмәткәре Урал Рисов та көнүҙәк мөрәжәғәттәр тураһында һөйләп китте.
Башҡортостандың Республикаға идара итеү үҙәгенең мәғлүмәт системаларына һуңғы аҙна эсендә йәмәғәт транспорты темаһы буйынса 259 мөрәжәғәт килгән. Уҙған аҙна менән сағыштырғанда, был 52-гә кәмерәк. Йәмәғәт транспортының эш графигы буйынса – 67, автобустарҙың һанын һәм класын үҙгәртеү буйынса 26 мөрәжәғәт теркәлгән.
Һауа торошона бәйле, республикала иртә менән, ҡайһы бер райондарҙа төндән алып махсус техника эшләй, тип хәбәр итте Урал Рисов. Өфөлә 200 берәмек техника эшкә сыҡҡан. Беренсе сиратта, әлбиттә, үҙәк урамдар таҙартыла, ә унан һуң – ҡалғандары.
Башҡортостандың баш ҡалаһының рәсми сайтында “Ҡарлы Өфө” интерактив картаһы https://ufacity.info/sneg/ уңышлы эшләп килә. Уның ярҙамында ҡарлы һәм боҙлауыҡлы урындар тураһында хәбәр итергә була.
Заявкала мотлаҡ ҡарлы урын һәм уға бәйле фото булырға тейеш – кадрҙа эргәлә торған бина һәм башҡа таныш ориентир булыуы кәрәк.
“Ҡарлы Өфө! интерактив картаһынан тыш заявкаларҙы:
– "Йылы Өфө" ҡала колл-үҙәгенә шылтыратып (8-347-277-09-11);
– @Ufahotbot телеграм-ботҡа яҙып ҡалдырырға мөмкин.
Республиканың һәр ҡала-район сайттарында кире бәйләнеш өсөн мәғлүмәт бар. Шулай уҡ "ҡыҙыу бәйләнеш" тә эшләй.
Тарнспортҡа ҡағылышлы ыңғай яңылыҡтар ҙа бар. Мәҫәлән, “Йәштәр” биҫтәһе һәм “Миловка паркы” торлаҡ комплексы халҡы автобустарҙың булмауы йәки етмәүе тураһында даими рәүештә мөрәжәғәт иткән. Республикаға идара итеү үҙәге командаһы Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы менән берлектә был проблеманы хәл итеү юлдарын эҙләгән. Ниһайәт, 2021 йылдың ноябрь һәм декабрь айҙарында “Башавтотранс” был биҫтәләр аша ике яңы маршрут асҡан.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, иртәнге “Сәләм” тапшырыуында рус телендә тура эфирҙар көн һайын 8 сәғәт 40 минутта тигәндә, башҡорт телендә шишәмбе, кесаҙна көндәре 8 сәғәт 10 минутта бара.
Фото: эфирҙан скриншот.