Йәмғиәт
21 Декабрь 2021, 11:54

Һәр береһе – талант эйәһе

Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы.Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы.
Фото:Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы.

Чебоксар ҡалаһында үткәрелгән “Волга буйының уңышлы ғаиләһе” конкурс-фестивале быйыл да күп талант эйәләрен йыйҙы. Күркәм бәйге 2013 йылдан алып ойошторола.

Конкурста республика­быҙҙан Исмәғилев­тәр “Иң татыу ғаилә” номина­ция­һында еңеүсе дипломына лайыҡ булды. Гөлфәйрүз һәм Ишбулды Исмәғилевтәр Ишембай районында йә­шәй, бына 20 йыл инде ата-әсәлек бурыстарын намыҫ менән үтәп, ҡарауһыҙ ҡал­ған балаларға күңел йылыһын өләшә.

Бөгөн уларҙың ҙур ғаилә­һендә туғыҙ бала тәрбиә­ләнә. Өлкәндәренән дүр­тәүһе хәҙер үҙҙәре ғаиләле инде, бына тигән донъялары, сабыйҙары бар. Ата-әсә барлыҡ балаларына ла яҡшы тәрбиә бирергә, ла­йыҡлы итеп оло тормош юлына сығарырға тырыша. Исмәғилевтәрҙең һәр бере­һе – талант эйәһе, VI Бөтә донъя фолькло­риадаһында ла уңышлы сығыш яһа­нылар. Уларҙы тағы ла бер сағыу еңеүҙәре менән ҡот­лап, ныҡ­лы һаулыҡ, ижади уңыштар теләйбеҙ.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, ҡатын-ҡыҙҙарҙың мәшғүллегенә ярҙам итеү, мәктәпкәсә йәштәге бала­ларҙы тәр­биәләү өсөн шарттар тыу­ҙырыу, граждандарҙы сәлә­мәт тормошҡа ылыҡ­тырыу “Демография” милли проек­тының нигеҙен тәшкил итер­гә тейеш. Тап ошо проектҡа ярашлы, балалар тәрбиә­ләгән ғаиләләрҙең көнкүреш сифатын яҡшыртыу һәм даими ярҙам күрһәтеү өсөн илебеҙҙә маҡсатҡа ярашлы эш алып барыла.

Читайте нас