Йәмғиәт
21 Декабрь 2021, 10:56

“Рәсәй һыуы” акцияһында бишенсе урындабыҙ

“Рәсәй һыуы” ярҙарҙы сүп-сарҙан таҙартыу акцияһының йомғаҡтары билдәле булды. Башҡортостан Республикаһы – иң яҡшы һөҙөмтәләр күрһәткән төбәктәр рейтингында бишенсе урында.

Беренсе урында – Татарстан, икенсе урында – Ҡарасәй-Черкес Республикаһы, өсөнсө урында – Ингуш Республикаһы. Төньяҡ Осетия-Алания иһә дүртенсе урынға сыҡты.

Шулай итеп, республикабыҙҙа һыу объекттарын сүп-сарҙан һәм ағас ҡалдыҡтарынан таҙартыу буйынса 450-нән ашыу сара үткәрелгән. Уларҙа 52 мең кеше, йәғни йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, ирекмәндәр, студенттар ҡатнашҡан. Таҙартылған яр буйы һыҙатының дөйөм оҙонлоғо 2500 километрҙан ашыу тәшкил итә. Бөтәһе һигеҙ мең кубометр сүп-сар йыйылған.

– Һәр беребеҙҙең тәбиғәтте һаҡлауға индергән өлөшө тормошта татыулыҡты һаҡлау өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. “Рәсәй һыуы” акцияһы тирә-яҡ мөхитте һаҡлауға, экологик мәҙәниәтте арттырыуға йүнәлтелгән, шулай уҡ ул республика халҡының тирә-яҡ мөхитте һаҡлау менән шөғөлләнеүен күрһәтә. Был – бик ҡыуаныслы, — тине Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Урал Искәндәров.

Акция барышында илдең 85 төбәгендә барлығы 18056 өмә үткәрелгән, яр буйы һыҙатының 31 мең километры таҙартылған. Йыйылған сүп-сар күләме – 180 мең кубометр. “Рәсәй һыуы” акцияһында быйыл 1141963 кеше ҡатнашҡан, был яңы рекорд булып тора.

Бөтә Рәсәй “Рәсәй һыуы” экологик сараһы 2014 йылдан алып үткәрелә һәм Рәсәйҙә ирекмәндәрҙең иң ҙур һәм популяр акцияларының береһе булып тора. Башҡортостан бер нисә йыл дауамында “Үҙенсәлекле һыу объекттарын һаҡлау” милли проекты нигеҙендә тормошҡа ашырылған “Рәсәй һыуы” акцияһында әүҙем ҡатнаша. Ул йыл һайын апрелдән октябргә тиклем иғлан ителә.

Читайте нас