

Рөстәм Нәбиевте республикала белмәгән кеше юҡтыр. Бала саҡтан яҙмыш уға һынауҙар ебәрә – әсәһен юғалта, ә әрмелә саҡта аяҡһыҙ ҡала. Егет, ихтыяр көсөн туплап, тормош һынауҙарына бирешмәй, яңы үрҙәр яулауын дауам итә.
Рөстәм Нәбиев инвалид кешенең дә йәшәүгә һәм тулы ҡанлы тормош алып барыуға һәләтле булыуын үҙ миҫалында күрһәтә. Быйыл ул, Непалдағы Гималай тауҙарындағы Манаслу түбәһенә күтәрелеп, 8163 метр бейеклекте яуланы.
Рөстәмдең был еңеүе – икенсеһе, беренсеһен – Эльбрусҡа менеүҙе – ул әсәһенә бағышлаған. Әсәһен иҫкә алғанда уның сикһеҙ тулҡынланыуы тойолдо.
– Минең алда торған тауҙар бейеклеге менән хайран ҡалырлыҡ. Уларҙы яулау бурысын ҡуйҙым һәм быны үтәнем. Бер ваҡытта ла кире боролоу уйы тыуманы. Ҡыйын булырын белдем. Һыҙланған саҡта һәм ҡулдар тыңламағанда ауыртыу тойғоһон баҫҡан дарыуҙар ҡулландым. Иңбаштар талып бөттө, – тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты ул журналистар менән осрашыу ваҡытында.
Рөстәм Нәбиев был еңеүе менән генә сикләнеп ҡалмаясағы хаҡында ла әйтте, киләсәктә ул Африкалағы Килиманджароға сәйәхәткә сығырға хыяллана. Шулай уҡ Эверест түбәһенә менеү һәм йыһанға осоу уйы ла бар.
– Еңеүемә әле һаман ышанып бөтә алмайым. Тәжрибәле альпинистар әйтеүенсә, быға бер ни тиклем ваҡыттан һуң ғына төшөнәһең. Минең әлегә ҡатынымды ҡосаҡлағым, яратҡан өй ризыҡтарын һәм французса бешергән итте ашағым килә, – тип теләген уртаҡлаша ул.
Ҡыйыу ир-егет ошо рекорды мәлендә бик ауыр маршрутты үҙаллы үтә, унда вертикаль боҙлауыҡтар, 50 метрға тиклем сатнаған урындар була, тау ишелеү хәүефе янай.
Егеттең экспедицияһы 34 көн дауам иткән. Бейеклекте яулауға һәм кире төшөүгә алты тәүлек киткән. Ошо ваҡытта ул ике ҡулында, 52 сәғәт эсендә боҙватҡыс менән 105 мең тапҡыр һуғып, 35 саҡрым юл үткән.
Һис шикһеҙ, уның тормош рәүеше, ихтыяр көсө башҡаларға үрнәк булып тора.
Рөстәм Нәбиев 1992 йылда Саҡмағош районының Саҡмағош ауылында тыуған. Ул мәктәптә спорт менән шөғөлләнә – еңел һәм ауыр атлетика кеүек спорт төрҙәрендә уңышҡа өлгәшә.
Урта мәктәпте тамамлағас, Өфө дәүләт нефть техник университетына уҡырға инә. 2015 йылда армияға китә, үҙ теләге менән Хәрби һауа-десант ғәскәрҙәрен һайлай.
Әммә казарманың ишелеп төшөүе һөҙөмтәһендә 24 һалдат, шул иҫәптән Башҡортостандан дүрт егет һәләк була. Ә Рөстәм ике аяғынан да яҙа, ике клиник үлем, 16 операция кисерә...
Инвалид булып ҡалғас, ул следж-хоккей (инвалидтар коляскала хоккей уйнай) менән шөғөлләнә башлай, Химки ҡалаһының “Феникс” клубы өсөн сығыш яһай. Шул уҡ ваҡытта ул социаль селтәргә мәғлүмәттәр урынлаштыра башлай. Рөстәмдең яңылыҡтары халыҡта ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. Ул әлеге ваҡытта киң билдәле блогерҙар иҫәбендә.
Рөстәм Омск ҡалаһындағы фажиғәгә тиклем үк Индира менән алты йыл осрашҡан була. Ҡыҙ егетте ауыр хәлдә ташламай, Өфөнән килеп, Рөстәмдең госпиталдә аңына килерен эргәһендә көтөп ултыра. Шулай итеп, хәҙер улар София, Әминә исемле ҡыҙҙарын тәрбиәләй.
2018 йылда Рөстәм Нәбиев яҙыусы Дания Нәғим менән үҙенең яҙмышы тураһында “Бөртөкләп йыйылған ғүмер” тигән китабын нәшерләп сығара.