

Билдәле булыуынса, Баймаҡ районының Түбәнге Яйыҡбай ауылы республикала “Айыҡ ауыл” конкурсында бәләкәй ауылдар категорияһында беренсе урынды яуланы һәм биш миллион һумлыҡ сертификатҡа эйә булды.
Һис шикһеҙ,Түбәнге Яйыҡбай ауылы мәртәбәле конкурста үҙҙәренең тырышлығы һәм берҙәмлеге менән еңеп сыҡты. Ошо ярыш һөҙөмтәһендә меңдән ашыу изге эш башҡарылды, 100-гә яҡын ҡунаҡ саҡырылды. Ә бит уларҙың барыһын да ошо бәләкәй ауылда йәшәгән халыҡ үҙе ойоштороп, бар ауырлыҡты үҙҙәре күтәреп, бөтә эште бергәләп атҡарып сыҡты. Бер һулышта, уртаҡ уй-теләктә булғандары өсөн дә конкурста еңеү яулап, сертификат менән бүләкләнделәр.
Әле, ошо эштең матур дауамы булараҡ, ауылда балалар спорт-һауыҡтырыу һәм мәҙәниәт комплексы төҙөлгән. Проектта ауыл халҡының теләге иҫәпкә алынып, биләмәнең бер өлөшөндә сәхнә һәм тамашасылар өсөн эскәмйәләр урынлаштырылған. Бөтәһе 1200 квадрат метр майҙанда балалар өсөн уйын, хоккей, баскетбол, волейбол, футбол майҙансыҡтары эшләнгән. Уларҙың барыһында ла хәүефһеҙлек талаптарына яуап биргән йомшаҡ япма түшәлгән.
Проекттың хаҡы – биш миллион һум. Хәҙерге заман комплексын төҙөү хоҡуғы “С-тройка” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә бирелгән (етәксеһе – Айгөл Фуат ҡыҙы Исмәғилева).
Яңы йылға ҙур бүләк булған балалар спорт-һауыҡтырыу һәм мәҙәниәт комплексы тиҙҙән үҙ ишектәрен аса. Яңы йыл байрамының төп биҙәге булған ҡупшы шыршыҡай ҙа яңы майҙансыҡта урын аласаҡ, ауыл халҡы байрам кисәһен саф һауала үткәрергә йыйына. Ә инде каникул көндәрендә был майҙансыҡ балаларҙың шат тауышына күмеләсәк.