

Ауылдарҙа ҡуйған маҡсаттарына ынтылған, кешеләргә ярҙам итеүҙән – йәм, хеҙмәттәренән тәм табып, киләсәккә ныҡлы ышаныс менән ҡараған, уңышлы эшмәкәрлек алып барған фермерҙар байтаҡ. Учалы районының Ҡобағош ауылында йәшәгән Люциә менән Рим Ғәйфуллиндар – тап шундайҙар иҫәбенән.
Ғаилә башлығы Рим Булат улы Ҡобағош ауылында күп балалы ғаиләлә донъяға килә. Ауылда тыуған һәр бала кеүек, Рим дә кесе йәштән эшкә күндәм, егәрле булып буй еткерә. Һигеҙенсе класты тамамлағас, Уральск ҡасабаһы мәктәбендә урта белем ала.
Ил алдындағы бурысын үтәп ҡайтҡас, тракторсы-машинист һөнәрен үҙләштереп, тыуған ауылында хеҙмәт юлын башлай. Совхоз бүлексәһендә малсы, хужалыҡ мөдире, мастер булып эшләй. Һуңынан 16 йыл ғүмерен урман хужалығы өлкәһенә бағышлай.
Ир ҡорона еткәс, Рим ғаилә ҡороу тураһында уйлана башлай. Иң тәүҙә йорт һала. Күрше Ҡаҙаҡҡол ауылында тыуып үҫкән Люциә исемле һылыуға күптән күҙе төшөп йөрөгән була егеттең, ҡыҙ ҙа уны оҡшата. Бер аҙ дуҫлашып йөрөгәс, гөрләтеп туй үткәрәләр. Ғаиләгә йәм өҫтәп ҡыҙҙары һәм ике улдары тыуа.
2006 йылда Ғәйфуллиндар фермерлыҡ эшенә тотона.
– Бындай хыялым күптән бар ине. 90-сы йылдарҙа ер алып та ҡараным, әммә кредит проценттарының үтә юғары булыуы ниәтемде һүрелтте. Аҙаҡ үҙаллы кәсепкә тотоноусылар күбәйеп китте, дәүләт тә эш башлаусыларға йөҙө менән боролдо. Ҡатыным менән кәңәшләшеп, беҙ ҙә тәүәккәлләргә булдыҡ, – ти фермер.
Ғәйфуллиндар элекке иген ырҙыны базаһында йылҡы малы үрсетә башлай. Ауыл хужалығы тармағында эшләү еңелдән түгел, өҫтәүенә, был өлкәлә тиҙ һәм ҡапыл тейешенсә килем дә алып булмай. Ошоларҙы иҫәпкә алып, Рим Булат улы эште бер нисә йүнәлештә башлап ебәрә – иген дә сәсәләр, мал да тоталар, ҡымыҙ ҙа әҙерләйҙәр, ағас эше менән дә шөғөлләнәләр, балыҡ та үрсетәләр.
Был яҡтарҙа баҫыуҙар, көтөүлектәр иркен, бесәнлектәр күп. Бөгөн крәҫтиән (фермер) хужалығы йылҡы үрсетеү менән ныҡлап шөғөлләнә. Малҡайҙарҙың һаны 100 башҡа еткән. Йылҡыны башлыса ҡымыҙ, ит өсөн аҫрайҙар. Саф, тәбиғи продукцияны хатта сит өлкәләрҙән дә килеп алалар. Хужалыҡтың 77 гектар ере бар, шуның 50 гектарында бойҙай, арпа, һоло сәсәләр, ҡалғанында күп йыллыҡ үләндәр үҫә.
КФХ урман эше менән дә шөғөлләнә, пилорамдары ла бар. Заказ буйынса халыҡҡа бура бурайҙар, таҡта яралар, утын әҙерләйҙәр.
Өс кеше штатта иҫәпләнһә, миҙгелле эштәр ваҡытында өҫтәмә хеҙмәт урындары ла булдырыла.
КФХ-ның тракторҙары, комбайндары, йөк машиналары, тейәгестәре, арбалары, ғөмүмән, кәрәкле техникаһы бар. Әйткәндәй, техника һатып алғанда, кредиттарҙы өлөшләтә ҡаплау өсөн дәүләт ярҙамы ла күрһәтелгән.
Әле Ғәйфуллиндарҙың йылҡы малы тибенлектә йөрөй. Йәйгә сығыу менән фермерҙар ҡымыҙ бешә. Һәр эште кәңәшләшеп, бергәләп башҡарырға күнеккән улар. Балалары ла үҙҙәренә оҡшап егәрле, тырыш.
– Барлыҡ уңыштарымдың башланғысы – ғаиләмдә! Ғаиләһе имен булһа ғына, кешенең маҡсаты теүәл һәм бәхете лә сағыуыраҡ – олоғая килә шуны нығыраҡ аңлайһың. Ауыр саҡтарҙа ла яҡындарыма таянам, шатлығыбыҙ ҙа уртаҡ, – тип бәхетенең сере менән уртаҡлашты Рим Булат улы.