

Баймаҡ районының Һаҡмар ауылы фермеры Илфат Сәфәрғәлин – төбәктә тотороҡло эшләгән, йылдан-йыл яҡшы күрһәткестәргә өлгәшкән эшҡыуар. Уның етәкселегендәге күп тармаҡлы предприятие бөгөн үҫемлекселек, йылҡы һәм һарыҡ малы үрсетеү менән шөғөлләнә, иттән ярымфабрикаттар, һөт етештерә.
Быйыл “И.Ш. Сәфәрғәлин” крәҫтиән (фермер) хужалығының ер майҙаны 600 гектарға етте, шуның 400 гектарында – иген, ҡалғанында мал аҙығы культуралары сәселде. Аяуһыҙ ҡоролоҡ бәкәлгә һуҡһа ла, хужалыҡ 200 баш һыйырҙы ла, башҡа малды ла имен-һау ҡышлатыу мөмкинлеген тапты.
Илфат Шәфҡәт улы республика һәм федераль дәүләт программаларында әүҙем ҡатнаша һәм һәр саҡ еңеп сыға. Ул ойошторған кооператив иттән генә лә һигеҙ төр ризыҡ етештерә. Төбәктә ҙур ихтыяж менән файҙаланылған хәләл һәм сифатлы билмән, голубцы, манты, фарш, тултырылған борос һәм башҡа ит ризыҡтарын һатып алыусылар һәр саҡ көтөп ала. Предприятиеның Сибай ҡалаһында ла сауҙа нөктәһе бар.
Быйыл фермер йәнә бер проектта ҡатнашты һәм, “Ғаилә малсылыҡ фермалары” федераль программаһында еңеп, грант яуланы. Эшҡыуар дәүләт ярҙамына яңы техника һәм тоҡомло мал һатып алырға ниәтләнә.
“И.Ш. Сәфәрғәлин” крәҫтиән (фермер) хужалығы ауылдың социаль мәсьәләләрен хәл итеүгә лә тос өлөш индерә, 18 кешегә эш урыны булдырған. Уларҙың ялын файҙалы үткәреү, һабантуй ойоштороу, балалары менән тәбиғәт ҡосағына алып сығыуҙы ла йыл һайын үҙ иҫәбенә башҡара.
Илфат Сәфәрғәлин кеүек фермерҙар ауылдарҙың терәге булып тора ла инде.