

Нурия Ғилмуллина – Илеш районы ҡыҙы. Венера Исмәғил ҡыҙы һәм Илдар Әвсәх улының татыу ғаиләһендә донъяға килгән ул. Әлеге ваҡытта Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультетының II курсында белем ала.
– Иң ҙур хыялым журналистика өлкәһендә эшләү ине, шул уҡ ваҡытта әҙәбиәтте лә яраттым, шуға күрә филология өлкәһен һайланым. Әммә хыялым тураһында онотманым, әле Башҡортостан юлдаш телевидениеһының яңылыҡтар бүлегендә практика үтәм. Был мөмкинлек тә юҡтан ғына барлыҡҡа килмәне. Факультетыбыҙҙа ойошторолған “Киң мәғлүмәт сараларында башҡорт теле” тигән курстың йоғонтоһо ҙур булды: бында беҙ билдәле журналистар, дикторҙар менән әңгәмә ҡороп, уларға һорауҙар биреп, журналистиканың нескәлектәре менән яҡынданыраҡ таныштыҡ, – тип һөйләне Нурия.
Бөгөн тырышып уҡыу, үҙеңде төрлө өлкәлә – фәндә, ижадта һәм башҡаларҙа һынау өсөн бөтә юлдар асыҡ, ти тырыш ҡыҙ. Бының өсөн студенттар юғары уҡыу йорто, факультет етәкселегенә, айырыуса тынғыһыҙ, фиҙакәр декан Гөлфирә Риф ҡыҙы Абдуллинаға рәхмәт әйтә.
Нуриянан быйылғы йылдағы уңыштары тураһында ла һораштыҡ.
– Уҡыуҙағы иң ҙур уңыштарым – ул “бишле” билдәләренә ябылған сессия, яҙғыһын үткән Бөтә Рәсәй студенттар конференцияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы, филология фәндәре докторы Ғ.С. Ҡунафиндың 75 йәшенә арналған “Күп милләтле дәүләт шарттарында рухи мәҙәниәт менән туған телде һаҡлау һәм үҫтереү: проблемалары һәм перспективалары” халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференцияһы йыйынтыҡтарында баҫтырылған мәҡәләләрем, – тип яңылыҡтары менән ихлас уртаҡлашты алдынғы студент.
Нурияның ололарса төплө фекер йөрөтөүе һоҡландырҙы. “Киләсәк яҡшы булһын өсөн үҙең өҫтөндә арымай-талмай эшләргә, тырышып уҡырға, яратҡан эшең менән шөғөлләнергә кәрәк. Шул уҡ ваҡытта сәләмәтлегең тураһында ла уйлау мөһим, бында инде үҙ ваҡытыңды дөрөҫ ҡуллана белеү ярҙамға киләсәк. Минең тормошом әле ниндәй, нимәләр булып тора – былар барыһы ла юҡҡа ғына түгел, тора-бара ниндәй ҙә булһа һөҙөмтәгә килтерәсәк. Шуға күп уйланып, хыялланып тормай, ҡулыңдан килгәнде эшләргә кәрәк”, – тигән һүҙҙәре менән нисек килешмәҫһең!
Ул йәштәштәренә ихлас ҡотлау һүҙҙәрен дә еткерҙе: “Яҡынлашып килгән, ишек ҡағырға торған 2022 йыл менән һеҙҙе ысын күңелдән тәбрик итәм. Барығыҙға ла сәләмәтлек, бәхет, именлек, тормошоғоҙҙа уңыштар теләйем!”