

Быйылғы яҙ республика матбуғатында хеҙмәт иткән журналистар өсөн ифрат иҫтәлекле булды. 16-17 апрелдә милли киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре Ғафури районына “Медиайыйын”ға йыйылды. Бында бөтә Башҡортостандан килгән ҡәләм тирбәтеүселәр өлкәнең проблемалары, уларҙы хәл итеү юлдары буйынса фекер алышты. Йыйын бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башланғысы менән ойошторолдо.
Ни тиһәң дә, туған телдәрҙе яҡлау, һаҡлау мәсьәләһендә милли баҫмалар ғәйәт мөһим роль уйнай. Улар төрлө йүнәлештә эшләһә, үҫешһә лә, барыһы өсөн дә уртаҡ булған мәлдәр ҙә юҡ түгел.
Гәзит-журналдарҙың тиражы кәмемәһен, уға яҙылыусылар арта барһын өсөн, был өлкәгә субсидиялар менән ярҙам итеү, мобиль ҡушымталар эшләү, креатив проекттар өлкәһендә редакцияларға булышлыҡ ҡылыу, заманса ҡорамалдар менән тәьмин итеү – тикшерелгән, фекер алышҡан һорауҙар араһында ошоларға төп иғтибар йүнәлтелде. Заман гәзит-журналдар редакциялары, радио, телевидение алдына ла яңы мәсьәләләр ҡуя, киң мәғлүмәт сараларын үҙгәрештәргә этәрә. Аудиторияның, йәғни баҫмаларҙы уҡыусы, радио-телевидениены тыңлаусы-ҡараусыларҙың да талаптары үҙгәрә һәм арта бара.
Журналистар янына республика етәксеһе Радий Хәбировтың килеүе сараға ҙур мәртәбә өҫтәне, уның бәҫен арттырҙы. Өлкәне үҫтереүгә ҡағылышлы тәҡдимдәр Башҡортостан Башлығына еткерелде. Радий Хәбиров, милли баҫмаларҙың телдәрҙе, Башҡортостан халыҡтарының үҙенсәлеген һаҡлауҙағы өлөшөн билдәләп, журналистарға бының өсөн рәхмәт белдерҙе. Алдынғы хеҙмәткәрҙәр республика етәксеһе ҡулынан дәүләт наградалары ла алды.
Медиайыйын журналистика өлкәһе яҙмышында, уның артабанғы үҫешендә ҙур роль уйнар ваҡиғалары менән мөһим булып тарихта ҡалды.