

Бөгөн Бөрйән районы хакимиәте башлығы Ғәзиз Манапов республика гәзиттәре хәбәрселәре менән "тура бәйләнеш"кә сығып, ағымдағы йылға йомғаҡ яһаны, пландары менән уртаҡлашты.
Ғәзиз Миңләхмәт улы әйтеүенсә, район халҡы өсөн быйыл иң ҙур һынау пандемия, коронавирустың таралыуы булған.
"Ҡыуаныслы ваҡиғаларҙың береһе иһә – Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙың һөҙөмтәләрен алыу. Бөрйәндәр был сарала әүҙем ҡатнашты. Әле билдәле булған һөҙөмтәләр буйынса, районда йәшәгән халыҡтың 86 проценты башҡорт булып яҙылған. Демографик хәлдең яҡшыртыуын да күрһәтте халыҡ иҫәбен алыу: бөрйәндәр һаны 19 меңгә еткән", - тине Ғәзиз Миңләхмәт улы.
Район хакимиәте башлығы Бөрйәндең социаль-иҡтисади хәле, туризм үҫеше тураһында ентекле һөйләне. Район халҡының әүҙемлеген, тормош шарттарын яҡшыртыу, мәҙәни тормошто йәнләндереү йәһәтенән атҡарылған эштәрен билдәләп үтте.
"Туризмды Бөрйәндең киләсәге тиҙәр. Ысынлап та шулай. Билдәле булыуынса, райондың 90 процентын ҡуйы урман тәшкил итә. Донъя кимәлендә танылыу яулаған Шүлгәнташ мәмерйәһен ҡарарға теләүселәр күп. Һандар ҙа был турала һөйләй: 2020 йылда районыбыҙға 45 мең турист килһә, быйыл улар 75 меңгә еткән", - ти Ғәзиз Манапов.
“Башҡортостан” гәзите хәбәрсеһе Лилиә Нуретдинова быйыл йәй Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылында булған янғын тураһында һорау бирҙе. Ике йорт янды, Ғазиндар ғаиләһе - күп балалы.
"Янғында зыян күргән ғаиләләргә ҡулдан килгәнсә ярҙам иттек: сиратһыҙ ағас алдылар, техника бирҙек, янған документтарын тиҙ арала тергеҙҙеләр. Артабан да ғаиләләрҙе ҡурсалаясаҡбыҙ. Быйылғы эҫе йылда янғындар күп булды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ут һәр саҡ һағалап тора. Киләсәктә был бәләнән ғаиләләрен ҡурсалар өсөн райондаштарым алдан һаҡланыу сараларын күрһендәр ине. Йортто страховкалау мөһим. Янғын хәүефен белдергән иҫкәрткестәр ҡуйыу ҙа күп осраҡта ярҙам итә", - тине Ғәзиз Манапов.
“Башҡортостан” гәзитенең үҙ хәбәрсеһе Римма Солтанованың һорауы районда йылдан-йыл киң ҡолас алған аҙ ҡатлы йорттар төҙөү мәсьәләһенә ҡағылды.
"Эйе, йылдан-йыл шәхси төҙөлөш киң ҡолас ала бара. Йәштәр бөтә уңайлыҡтары булған иркен, хатта икешәр ҡатлы итеп йорт һалырға тырыша һәм төҙөлөш материалы итеп күп осраҡта ағасты һайлай. Элек урында ҡарар сығарылып, халыҡҡа йылына 70-80 кубометр ҡарағай бүленә ине. Хәҙер иһә ағас бүлеү Башҡортостан Урман хужалығы министрлығы кимәлендә хәл ителә. Башҡа райондарҙан да Бөрйән ағасынан йорт һалырға теләгәндәр күп. Ошо сәбәпле төҙөлөш өсөн бирелгән ағастың күләме байтаҡҡа кәметелде. Йорт һалырға теләгәндәргә 8-9 йылға тиклем сиратта торорға тура килә.
Әлбиттә, проблеманы хәл итеүҙең төрлө варианттарын ҡарайбыҙ. Урындағы урман өлкәһендә эшмәкәрлек алып барған цүнселдәр менән һөйләшеүҙәр алып барыла, башҡа райондарға ағас бүлеүҙе сикләү тураһында ла мәсьәлә күтәрелә.
Урман - Бөрйәндең төп байлыҡтарының береһе, ул дөйөм майҙандың 90 процентын тиерлек тәшкил итә. Райондың иҡтисадын, халыҡ хужалығын, көнкүрешен үҫтереүҙә лә төп таянысыбыҙ ул. Әммә район биләмәһенең күпселек өлөшөн урман фонды ерҙәре биләп тороуы проблема ла тыуҙыра - халыҡҡа йорт төҙөү, эшҡыуарлыҡты, инфраструктураны үҫтереү өсөн участкалар етмәй, сөнки биләмәләрҙе артабан урман фонды һәм ҡурсаулыҡтар майҙаны иҫәбенә генә киңәйтергә мөмкин. Мәсьәлә юғары инстанцияларҙа хәл ителә", - тине Ғәзиз Манапов.
Мәғлүм булыуынса, республикала “Айыҡ ауыл” конкурсы киң йәйелдерелде. Быйыл унда ҡатнашырға теләк белдергән иң күп ауылдар һаны - Бөрйәндә. Журналистың икенсе һорауы тап ошо конкурсҡа ҡағылды.
"Былтыр районыбыҙҙың бәләкәй генә Брәтәк ауылы унда ҡатнашып, еңеүселәр исемлегенә инде. Яулап алынған ике миллион һум аҡсаны ауылды төҙөкләндереүгә, уңайлы мөхит тыуҙырыуға тотондолар. Уларҙың өлгөһөндә быйыл районыбыҙҙың 12 ауылы конкурста ҡатнашыу теләген белдерҙе. Яҡташтарҙың сәләмәт тормошҡа ынтылыуы - ҡыуаныслы күренеш. Был юғарынан ҡушылған бойороҡ түгел, ә халыҡтың үҙенең теләге. Бындай ойошҡанлыҡ, берҙәмлек нимәнән килә? Өҫтә билдәләп киттем инде, беҙҙә йәштәр ситкә китергә ынтылмай, тыуған төйәгендә төпләнергә тырыша, йәғни быуындар бәйләнеше өҙөлмәй, һәр кем киләсәк өсөн яуаплылыҡ тоя.
Ошоноң һөҙөмтәһе булараҡ, һуңғы йылдарҙа алкоголь менән һатыу иткән сауҙа урындары кәмене, беҙҙең районда ундай магазиндар социаль учреждениеларҙан иң кәмендә километр тирәһе алыҫлыҡта урынлашҡан. Быға ла халыҡтың үтенесен, теләген иҫәпкә алып, уларҙың әүҙемлеге, үҙ киләсәгенә битараф булмауы арҡаһында өлгәштек", - тине Ғәзиз Манапов.
Л. Нуретдинова, Р. Солтанова.
Л. Нуретдинова фотоһы.