Йәмғиәт
22 Декабрь 2021, 12:00

Байрам мәлендә тау емерелгән...

Тау шыуған балалар һәм өлкәндәр араһында зыян күргәндәр ҙә бар.

Байрам мәлендә тау емерелгән...Байрам мәлендә тау емерелгән...
Байрам мәлендә тау емерелгән...

Ошо көндәрҙә Белорет ҡалаһында Металлургтар майҙанында ҙур байрам – төп шыршыны асыу сараһы булды. Түҙемһеҙләнеп көткән был байрамға олоһо ла, бәләкәстәр ҙә эркелеп килгәйне. Әммә байрамға килеүселәрҙең кәйефен бәләкәстәр өсөн төҙөлгән тауҙың емерелеп төшөүе ҡырған, тип хәбәр итә "Башинформ".

Ололар араһында ла, бәләкәстәр араһында ла зыян күргәндәр бар. Был хаҡта социаль селтәрҙәрҙә ҡыҙыу һөйләшеү бара. Эйе, өлкәндәр өсөн тауҙа кеше ул тиклем үк булмаған, ә бына быныһына күпләп менгәндәр. Халыҡ ҡаза күреүселәрҙең тағы ла  күберәк булыу ихтималлығын күҙаллап хафаланған.

Белорет ҡалаһы хакимиәтендә, был хәлде асыҡлап, былай тип яуап биргәндәр: "Тауҙың ҡоролмаһы заводта эшләнгән, сертификатланған. Тик тауға балаларҙың һәм уларҙы оҙатып килгән өлкәндәрҙең саманан артыҡ күп менеүенә ағас ҡоролма сыҙамаған, өлөшләтә емерелгән. Һөҙөмтәлә бер нисә өлкән кешенең һәм баланың бит-ҡулы сыйылған. Әле ни эшләп былай килеп сығыуын асыҡлайҙар".  

Был тау быға тиклем бер нисә ҡыш бәләкәстәрҙе ҡыуандырып торған булған. Шулай ҙа уны әле  йүнәткәндәр, шыуырға була. Башҡа бындай күңелһеҙ хәл ҡабатланмаҫ, бәләкәстәребеҙҙең шатлыҡлы миҙгелдәре боҙолмаҫ тип ышанғы килә.

Фото ҡала хакимиәтенән.

Автор:Миләүшә Сайтакова
Читайте нас