

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәргә геопарктарға бәйле яҙма ҡуйҙы.
“Рәсәйҙәге ЮНЕСКО эштәре буйынса комиссияның дөйөм йыйылышында илдең сит ил эштәре министры Сергей Лавров беҙгә “Янғантау” геопаркына ЮНЕСКО-ның глобаль геопаркы статусын биреү тураһында сертификат тапшырҙы. Ул энтузиастар – профессор Лариса Николаевна Белан етәкселегендәге республика ғалимдарының һәм “Янғантау” шифаханаһы директоры Альфред Рәшит улы Аҡбашевтың ҙур эш һөҙөмтәһе. Ошондай статусҡа 2020 йылда эйә булдыҡ, әммә ковид сәбәпле сертификатты ала алмағайныҡ.
Был, ысынлап та, беҙҙең өсөн ҙур ҡаҙаныш. Артабан да алға барабыҙ, “Янғантау” геопаркының инфраструктураһын үҫтереүҙе дауам итәбеҙ. Алдағы ике йылда милли батырыбыҙ Салауат Юлаев иҫтәлегенә бында “Мәсетле” геологик музей комплексы һәм “Салауат ере” тарихи-мәҙәни комплексы төҙөйәсәкбеҙ.
Әле иһә икенсе - “Торатау” төбәк геопаркын булдырҙыҡ. Быйыл ул ЮНЕСКО-ның глобаль геопарктар селтәренә инеүгә дәғүә иткән 16 биләмә исемлегенә инде. Киләһе йылда ошо ойошма эксперттары делегацияһы килеүен көтәбеҙ. Алдағы ике йылда биләмәлә яңы туристик объекттар – этнокомплекс һәм экологик һуҡмаҡ барлыҡҡа киләсәк, ул Торатауҙың матур шиханы түбәһенә күтәрелеү өсөн уңайлы шарттар булдырасаҡ. Капиталь визит-үҙәк төҙөй башлайбыҙ.
Шулай уҡ ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә “Тәбиғәт объекты” номинацияһында индереү өсөн “Башҡорт шихандары: Торатау, Йөрәктау һәм Ҡуштау” тәбиғәт-геологик ҡомартҡыһының ғаризаһын әҙерләү өҫтөндә әүҙем эшләйбеҙ.
Башҡортостандың визит карточкаһы – билдәле Шүлгәнташ мәмерйәһе. Беҙ “Шүлгәнташ мәмерйәһендәге рәсемдәр” объекты заявкаһын “Мәҙәниәт” номинацияһында ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә әҙерләүҙе тамамланыҡ. Һүҙ 14-19 мең йыл элек палеолит осоронда төшөрөлгән сағыу һүрәттәр хаҡында бара.
Киләһе йылдың яҙында “Шүлгәнташ” тарихи-мәҙәни музей комплексын асырға ниәтләйбеҙ. Унда конференц-залдар, балалар ғилми үҙәге, заманса лабораториялар, киң һаҡлау фонды буласаҡ.
Беҙҙең өсөн милли берҙәмлекте, бай тәбиғи, тарихи-мәҙәни мираҫты һаҡлау, һис шикһеҙ, өҫтөнлөклө бурыс булып тора. Идеяларыбыҙҙы ЮНЕСКО эштәре буйынса комиссиянан коллегаларыбыҙ ҙа хуплар тип ышанам”, – тип яҙҙы республика Башлығы.
Фото: Бәйләнештә.