

Кисә Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфөнөң 450 йыллығын билдәләүгә әҙерлеккә арналған сираттағы кәңәшмә үткәрҙе. Юбилей 2024 йылда байрам ителәсәк. Көн тәртибендә – баш ҡала парктарын, скверҙарын һәм йәмәғәт киңлектәрен төҙөкләндереү, шулай уҡ файҙаланыу өсөн тапшырырға күҙалланған төп объекттарҙы проектлау һәм төҙөү мәсьәләһе.
Республика Башлығының йәмәғәт биләмәләрен үҫтереү һәм ҡала мөхите мәсьәләләре буйынса кәңәшсеһе Ольга Сарапулова 2022 йылда төҙөкләндереү башланасаҡ ҡала биләмәләре хаҡында һөйләне.
- Беҙ баш ҡала халҡын һәм ҡунаҡтарын йәлеп итәсәк, ҡаланы йәмләйәсәк һәм уның йөҙөк ҡашы буласаҡ бер нисә майҙансыҡ әҙерләнек, – тине ул.– Бында һүҙ Өфөнөң тарихи үҙәге тураһында ғына бармай. Алыҫ биләмәләрҙе, мәҫәлән, Дим биҫтәһендә “Үҙәк” паркын, Өфөнөң Орджоникидзе районында Нефтехимиктар паркын, Инорста Йылы күлен төҙөкләндереү планлаштырыла.
Дөйөм алғанда, бер нисә объектта эштәр аҙағына ла яҡынлаша. Мәҫәлән, Дан бульварындағы скверҙы ил Президенты Владимир Путиндың күрһәтмәһенә ярашлы барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты сиктәрендә төҙөкләндерәләр. Башҡа объекттарҙы төҙөкләндереү Республика адреслы инвестиция программаһы буйынса, шулай уҡ муниципаль бюджет һәм бюджеттан тыш сығанаҡтар иҫәбенә финанслана.
– Эш күләме бик ҙур. Иң мөһиме – ҡала халҡы менән төҙөкләндереү проекттарын бергә тикшереү, – тине Радий Хәбиров. – Был парктар һәм скверҙарҙы тәү сиратта өфөләр өсөн эшләйбеҙ, шуға күрә йорт эргәһендә нимә буласағын белергә тейешбеҙ.
– Бынан тыш, 2024 йылға тиклем Өфөнөң тарихи үҙәгендәге урам инфраструктураһын реконструкцияларға планлаштырабыҙ, – тине Ольга Сарапулова. – Урамдар автоһәүәҫкәрҙәр, йәйәүлеләр һәм велосипедсылар өсөн уңайлыраҡ буласаҡ.
Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар төҙөкләндерелгән парктар һәм скверҙар янында урынлашҡан күп фатирлы йорттарҙың фасадтарын ремонтлау, шулай уҡ күперҙәрҙе, биналарҙы һәм урамдарҙы архитектура-художество йәһәттән яҡтыртыу мәсьәләләрен тикшерҙе. Республика Башлығы биналарҙың тышҡы йөҙөн яңыртыу һәм уларҙа яҡтылыҡ-диодлы контурҙар ҡуйыу буйынса юл картаһын әҙерләргә ҡушты.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.