Йәмғиәт
22 Декабрь 2021, 06:00

Ике ҡатын ирҙе талаған...

Ауырыу ғына яңғыҙ иргә донъя көтөүе ауырға тура килгән, шуға ла ярҙамсыһына ныҡ ышанып, дуҫлашып та киткән былар.

Ике ҡатын ирҙе талаған...Ике ҡатын ирҙе талаған...
Ике ҡатын ирҙе талаған...

Сығыштары менән Йәрмәкәй районы ҡатындары Бәләбәй районында йәшәгән 56 йәшлек ирҙең арыу ғына суммала аҡсаһын урлаған, тип хәбәр итә "Башинформ".

Хәл былайыраҡ булған. Ҡатындарҙың 34 йәшлеге пенсионер иргә хужалыҡ буйынса ярҙам итеп торған, сөнки ауырыу ғына яңғыҙ иргә донъя көтөүе ауырға тура килгән. Ярҙам итеп тә торғас, ҡатын ирҙең ышанысын тулыһынса яулаған, дуҫлашып та киткән былар. Берҙән-бер көндө, хатта ҡатындың ирен дә эйәртеп, пенсионерҙың банкта һаҡлыҡта ятҡан аҡсаһын алырға ла бергәләп барғандар.

Күп тә тормай ярҙамсы ҡатын тыуған көнөн билдәләгән, ҡунаҡҡа 29 йәшлек әхирәтен, пенсионер ирҙе лә саҡырған. Мәжлес артабан был ирҙең фатирында дауам иткән. Шул ваҡытта инде тәмәке көйрәтергә сыҡҡан ҡунаҡ ҡатындар сиратлап ирҙең балконда ҡумтала ятҡан аҡсаһын алған. Тәүҙә 29 йәшлеге - 60 меңде, һуңынан ярҙамсы ҡатын 40 мең һумды урлаған.

Пенсионер ир үҙенең таланғанын бер нисә көндән һуң ғына аңлап ҡалған, яҡшылыҡ менән аҡсаһын ҡайтарыуҙы үтенгән. Файҙаһы булмағас, полицияға мөрәжәғәт иткән.

Әле был ике ҡатынға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатҡандар. Улар үҙҙәренең ғәйебен танып, ойошҡанлыҡ менән урлашманыҡ, шулай тура килде инде, тип белдергән.

Автор:Миләүшә Сайтакова
Читайте нас