

Бөгөн Көйөргәҙе районы хакимиәте башлығы Юлай Ильясов 2021 йыл йомғаҡтарына бағышланған матбуғат конференцияһы уҙғарҙы.
Сараның тәүге өлөшөндә етәксе урында башҡарылған эштәр тураһында һөйләне, киләсәккә пландар менән уртаҡлашты.
Уның әйтеүенсә, йыл башынан районда коронавирус менән 159 кеше ауырыған, берәү вафат булған. Район халҡының 78 проценты вакцина эшләткән. Кешеләр прививка яһатыуҙың мөһимлеген аңлай, был коллектив иммунитет булдырыуға булышлыҡ итәсәк, тине Юлай Талха улы.
Йыл ҡоро килеүгә ҡарамаҫтан, ауыл эшсәндәре тейешле уңыш алыуға өлгәшкән. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ауыл хужалығы тармағы эшсәндәре бөтәһе 3 миллиард 252 миллион һумға торошло тауар етештереүгә өлгәшкән, физик күләм индексы 104,3 процент тәшкил итә. Ғөмүмән, етәксе бар өлкәгә лә айырым туҡталып үтте, ҡаҙаныштар менән уртаҡлашты.
Матбуғат конференцияһында спирт заводы, бассейн яҙмышына, юлдар торошона, йәш кадрҙар әҙерләүгә ҡағылышлы һорауҙар бирелде.
"Спирт заводына бәйле хәлде яйға һалыу өҫтөндә эшләйбеҙ. Унлап инвестор килеп ҡараны ла ҡасты. Әле тағы берәү ҡыҙыҡһыныу белдерҙе, уныһын өркөтмәҫкә ине. Бассейнға килгәндә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул быйыл әҙер булмаясаҡ. Быйыл тапшырырҙар, тип уйлағайныҡ, әле күренеүенсә, киләһе йылда ғинуар-февраль айҙарында ғына өлгөртөрҙәр. Уның төҙөлөп бөтөүен үҙем дә түҙемһеҙләнеп көтәм, сөнки йөҙөргә ныҡ яратам", – тине Юлай Талха улы.
Район ауылдарында насар торошта булған фельдшер-акушерлыҡ пункттары ла байтаҡ икән. Етәксегә ошоға ҡағылышлы ла һорау бирелде. Район хакимиәте башлығы үҙе лә был мәсьәләне хәл итеүе ауыр булыуын таный.
Яҡташтары, Өфө күп профилле профессиональ колледждың директоры Сынтимер Баязитов район башлығына өс һорау бирҙе: “Тыуған ауылым Яҡшымбәткә ҡасан асфальт юл төҙөлөр?”, “Өфө күп профилле профессиональ колледжын тамамлаясаҡ студенттар районға ҡайтһа, уларға эш булырмы?”, “Колледж менән район хакимиәте араһында хеҙмәттәшлек килешеүе төҙөүгә нисек ҡарайһығыҙ?”.
Юлай Талха белдереүенсә, юл өсөн бүленгән аҡсаның төп өлөшө юлдарҙы хеҙмәтләндереүгә китә, шуға ла был мәсьәләне хәл итеүҙә алға китеш юҡ. “Йәш белгестәр кәрәк, улар өсөн махсус торлаҡ программаһы бар. Кадрҙар мәсьәләһе киҫкен тора. Шуға ла бындай килешеү төҙөүгә бик шат буласаҡбыҙ”, – тине Юлай Талха улы.
Етемдәрҙе фатирҙар менән тәьмин итеү мәсьәләһен хәл итеү буйынса ла һорау бирҙеләр. Район хакимиәте башлығы белдереүенсә, Көйөргәҙелә сифатлы фатир алыуы ҡыйын, сөнки торлаҡ йорттар төҙөлмәй. Шуға ла киләһе йылдан етемдәргә фатирҙы Күмертау ҡалаһынан алып бирә башлаясаҡтар.
Ошондай матбуғат конференцияларын башҡа район һәм ҡала хакимиәттәре башлыҡтары ла уҙғарасаҡ.
Фото: “Юшатыр” гәзите сайты.