

Күмертау халҡы Ленин урамындағы скверҙа эскәмйәләр юҡлығын күргән. Уларҙы кире ҡайтарып буламы, тип һорағандар социаль селтәрҙә. Республикаға идара итеү үҙәге был хәбәрҙе ҡала хакимиәтендәге коллегаларына тапшырҙы. Баҡтиһәң, иҫке ширлектәрҙең юҡҡа сығыу сәбәбе бик ябай.
Күмертауҙа "Уңайлы ҡала мөхите булдырыу" программаһын тормошҡа ашыра башлағандар. “Ваҡыт шкалаһы: Күмертау үҙәгенең йәмәғәт киңлектәре системаһы” проектына ярашлы, ҡаланың үҙәге: Ленин урамының бер өлөшө, Карл Маркс урамы, Советтар майҙаны үҙгәрә.
Проектта нимәләр ҡаралған?
– үҙәктәге велосипед юлдары;
– йорт фасадтары буйлап йәйәүлеләр өсөн киң һыҙаттар;
– Советтар майҙанында сәхнә, фонтан, күләгәле япмалар, ҡыш – һырғалаҡ;
– бәләкәй архитектура һындарында һәм муралдарҙа сағылыш тапҡан ҡала тарихы;
– заманса, уңайлы, күсмә йәлеп итеү урындары: балалар, музыканттар сығышы өсөн майҙансыҡтар, үҫмерҙәрҙең аралашыуы өсөн микрокиңлектәр, күсмә урам йыһаздары менән кафе;
– Карл Маркс урамына йәшеллекте ҡайтарыу, шунда уҡ ултырыу өсөн урындар менән парклет-түшәмдәрҙең дә барлыҡҡа килеүе ихтимал.
Йәнә бер үҙенсәлек – күмер разрезын кәүҙәләндергән буранка рәүешендәге фонтан (Күмер+тау).
Проект авторҙары ҡаланың төп йәмәғәт киңлектәрен берләштергән маршрут асырға теләгән. Авторҙары кем һуң? Ҡала халҡы, конструкторҙар, хакимиәт, Башҡортостан ҡалаларын үҫтереү институты.
2022 йылда бәләкәй ҡалаларҙа һәм тарихи биләмәләрҙә уңайлы ҡала мөхитен булдырыу буйынса Бөтә Рәсәй конкурсында еңеү яулаған алты проект тормошҡа ашырыла. Улар – Бәләбәй, Бөрө, Күмертау, Межгорье, Стәрлетамаҡ, Туймазы ҡалалары.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә йәмәғәт киңлектәрен төҙөкләндереү пландары хаҡында һөйләне. Быйыл республикала бөтәһе 146 биләмә төҙөкләндерелгән. Киләһе йылда 122 аллеяны, йәйәүлеләр зоналарын, парктарҙы, скверҙарҙы яңыртыу күҙаллана.
Бындай проекттар ҡалаларҙы һәм райондарҙы етди үҙгәртә. Улар халыҡҡа ла бик оҡшай. Республикаға идара итеү үҙәге системаһында ошо темаға рәхмәт һүҙҙәре күп.
Билдәле булыуынса, ҡалаларҙы төҙөкләндереү Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы булдырылған "Торлаҡ һәм ҡала мөхите" милли проектына (национальный проект "Жилье и городская среда") ярашлы тормошҡа ашырыла.
Фото: vk.com/wall-201146046_18779