Йәмғиәт
23 Декабрь 2021, 12:30

“Башинформ”дың сайты яңы төҫ алды

Яңы логотиб идеяһының нигеҙен Башҡортостандың символы – ҡурай сәскәһе тәшкил итә.

“Башинформ”дың сайты яңы төҫ алды“Башинформ”дың сайты яңы төҫ алды
“Башинформ”дың сайты яңы төҫ алды

“Башинформ” мәғлүмәт агентлығы үҙенең сайтын һәм фирма стилен яңыртты. Агентлыҡтың яңы сайты быйыл көҙ эшләй башлағайны. Декабрҙә иһә ул тулыһынса яңы стилдә эшләй башланы.

“Башинформ” яңы логотибы идеяһының нигеҙен Башҡортостандың символы – ҡурай сәскәһе тәшкил итә. Сәскәгә юғарынан ҡараһаң, астериск тамғаһын хәтерләткән “йондоҙсоҡ”то күрергә мөмкин. Астериск – тулы асыҡлыҡ билдәһе. Агентлыҡ та Башҡортостандағы бөтә хәл-ваҡиғалар тураһында мөмкин тиклем аңлайышлы һәм тулы мәғлүмәт биреүҙе үҙенең бурысы итеп күрә.

“Башинформ” – республикабыҙ яңылыҡтары. Агентлыҡтың яңы слоганы ошолай яңғырай. Республиканың иң яҡшы хәбәрселәре уҡыусылар өсөн “инновациялы республика яңылыҡтары”н, “аграр республика яңылыҡтары” н, “спорт яратҡан республика яңылыҡтары” н, “музыкаль һәм театраль республика яңылыҡтары”н яҙа.

“Агентлыҡ төп дәүләт мәғлүмәт сығанағы булараҡ ҡына түгел, ә файҙалы, ҡыҙыҡлы, ихтыяж булған материалдар әҙерләгән, илдәге һәм республикалағы ҙур компанияларҙың ышанысын яулаған юғары конкурентлы киң мәғлүмәт сараһы булараҡ та Башҡортостандың медиа баҙарында төп урындарҙы күптән яуланы, – тине баш мөхәррир Руслан Шәрәфетдинов. – Әле “Башинформ” – яңылыҡтар һәм төрлө жанрҙағы журналист материалдары ғына түгел, ул шулай уҡ социаль селтәрҙәге ҙур пабликтар, видеоконтент, махсус проекттар, подкастар, йәғни медиалағы заманса форматтар ҙа. Беҙ визуаль образдың сағыу, аңлайышлы, йыйнаҡ булыуын теләйбеҙ”.

Агентлыҡ редакцияны артабан да үҫтерергә, милли контентты көсәйтергә, матбуғат үҙәгенең форматын үҙгәртергә, мультимедиалы форматтарҙы һәм уҡыусыға яңылыҡтарҙы еткереүҙең яңы каналдарын үҫтерергә ниәтләй.

Фото: bashinform.ru

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас