Йәмғиәт
23 Декабрь 2021, 10:30

Өфөгә Ҡыш бабайҙар йыйылды

Был күңелле сараны бигерәк тә балалар түҙемһеҙләнеп көттө.

Өфөгә Ҡыш бабайҙар йыйылдыӨфөгә Ҡыш бабайҙар йыйылды
Өфөгә Ҡыш бабайҙар йыйылды

Бөгөн баш ҡалалағы  Ағиҙел буйы илаһи күренешкә сорналды: Ҡыш бабайҙар төйәкләне уны. Барыһы ла – балалар баҡсалары, заводтар, башҡа ойошмалар хеҙмәткәрҙәре, һатыусылар, студенттар һәм башҡалар – төп әкиәт геройына әүерелде.

Мамыҡтан ап-аҡ һаҡал, ҡып-ҡыҙыл танау һәм барлыҡ мөғжизәләрҙе тормошҡа ашырыр серле таяҡ – бына шулай байрамға бик етди әҙерләнгәндәр. Ҡыш бабайҙар һәммәһенә ныҡлы сәләмәтлек, оҙон ғүмер, бәхет һәм уңыштар теләй.

Балаларҙың ихлас йөҙҙәрен күрһәгеҙ ине! Кем дә кем, тап улар был байрамға ихлас шат. Уларҙың ата-әсәһе һәм башҡа өлкәндәр ҙә был хозур күренешкә ҡәнәғәт йылмая.

Бөгөн кемдер ошондай сарала беренсе тапҡыр ҡатнашһа, икенселәре инде үткән йылдағыһын да хәтерендә яҡшы ҡалдырып, сираттағыһына килгән. Ни тиһәң дә, был матур йолаға әйләнгән байрам “Вьюговей” ҡала фестивале сиктәрендә үткәрелә һәм тиҙҙән тотош донъяға Яңы йылдың етеп килеүенә ишара. Ә ул иһә һәммәбеҙҙең дә яратҡан байрамы.

Фотолар: Айрат Нурмөхәмәтов.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас