

Баш ҡала халҡы көткән һырғалаҡтың ҡасан асылыры билдәле булды: 27 декабрҙә 17.30 сәғәттә.
Ағиҙел буйындағы был һырғалаҡ ярҙың урта кимәлендә урынлаша, өҫтә - йүгереү, аҫҡы ҡатта йәйәү йөрөү өсөн юл. Оҙонлоғо бер километр тирәһе. Бында ял иткән халыҡ өсөн уңайлылыҡтар тыуҙырылған, кафе эшләйәсәк. Конькиҙы үҙеңдекен килтереп йөрөргә була, прокатҡа алырға ла мөмкин.
Яр буйын иллюминация менән биҙәү бында ял иткәндәргә күңел күтәренкелеге өҫтәр, байрам кәйефе тыуҙырыр. Һырғалаҡты асҡан көндә сәнғәт оҫталарының сығышы ла көтөлә. Теләгәндәр конькиҙа йөрөргә өйрәнеү буйынса оҫталыҡ дәрестәре алыу мөмкинлегенә эйә буласаҡ.
Фото: ufa-bezformata.com, UTV