

Кисә Мәскәү ҡалаһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәйҙәге ЮНЕСКО эштәре буйынса комиссияның дөйөм йыйылышында ҡатнашты, уны илдең сит ил эштәре министры Сергей Лавров алып барҙы.
– Рәсәй ЮНЕСКО-ла алдынғы позицияларын, уның мәңге һаҡлана торған ҡиммәттәрен әүҙем яҡлай, улар үҙенең көнүҙәклеген был ойошма булдырылғандан һуң 75 йыл үткәс тә тулыһынса һаҡлай, – тине Сергей Лавров, ултырышты асып.
Илдең халыҡ-ара мәғарифты һәм фәнде нығытыуға, мәҙәниәтте үҫтереүгә, төп халыҡтарҙың йолаларын һаҡлауға индергән өлөшө хаҡында һөйләгәндә, Рәсәйҙең сит ил эштәре министры Башҡортостандың ҡаҙаныштарын да билдәләне.
– Глобаль геопарктар программаһы сиктәрендәге эшебеҙгә лайыҡлы башланғыс һалынды. ЮНЕСКО-ның Башҡарма советы Башҡортостанда Рәсәйҙәге тәүге геопаркты - “Янғантау”ҙы - булдырыуҙы раҫланы, – тине Сергей Лавров. – Өфөлә Бөтә донъя халыҡтары фольклориадаһын уңышлы үткәреүҙәрен дә билдәләйбеҙ.
- Республика ЮНЕСКО менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә, тыуған төйәктең үҙенсәлекле тәбиғәтен һәм мәҙәниәтен һаҡлауға йүнәлтелгән күләмле проекттарҙы ғәмәлгә ашыра, артабан да халыҡтар араһында гуманитар хеҙмәттәшлекте нығытыуға үҙ өлөшөн индерә, - тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.
Был ултырышта Сергей Лавров республикаға “Янғантау” геопаркына ЮНЕСКО-ның глобаль геопаркы статусын биреү тураһында сертификат тапшырҙы.
– Был - энтузиастар, профессор Лариса Николаевна Белан етәкселегендәге республика ғалимдарының һәм “Янғантау” шифаханаһы директоры Альфред Рәшит улы Аҡбашевтың ҙур эш һөҙөмтәһе. Ошондай статусҡа Башҡортостан 2020 йылда эйә булды, әммә ковид пандемияһы сәбәпле сертификатты ала алмағайныҡ, – тине Радий Хәбиров.
Төбәк етәксеһе был эшмәкәрлектең мөһимлеге тураһында ентекле һөйләне.
- Был, ысынлап та, беҙҙең өсөн ҙур ҡаҙаныш. Артабан да алға барабыҙ, “Янғантау” геопаркының инфраструктураһын үҫтереүҙе дауам итәбеҙ. Алдағы ике йылда милли батырыбыҙ Салауат Юлаев иҫтәлегенә бында “Мәсетле” геологик музей комплексы һәм “Салауат ере” тарихи-мәҙәни комплексы төҙөйәсәкбеҙ.
Әле иһә икенсе - “Торатау” төбәк геопаркын булдырҙыҡ. Быйыл ул ЮНЕСКО-ның глобаль геопарктар селтәренә инеүгә дәғүә иткән 16 биләмә исемлегенә инде. Киләһе йылда ошо ойошма эксперттары делегацияһы килеүен көтәбеҙ. Алдағы ике йылда биләмәлә яңы туристик объекттар – этнокомплекс һәм экологик һуҡмаҡ барлыҡҡа киләсәк, ул Торатауҙың матур шиханы түбәһенә күтәрелеү өсөн уңайлы шарттар булдырасаҡ. Капиталь визит-үҙәк төҙөй башлайбыҙ.
Шулай уҡ ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә “Тәбиғәт объекты” номинацияһына индереү өсөн “Башҡорт шихандары: Торатау, Йөрәктау һәм Ҡуштау” тәбиғәт-геологик ҡомартҡыһының ғаризаһын әҙерләү өҫтөндә әүҙем эшләйбеҙ.
Башҡортостандың визит карточкаһы – билдәле Шүлгәнташ мәмерйәһе. Беҙ “Шүлгәнташ мәмерйәһендәге рәсемдәр” объекты заявкаһын “Мәҙәниәт” номинацияһында ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә әҙерләүҙе тамамланыҡ. Һүҙ 14-19 мең йыл элек палеолит осоронда төшөрөлгән сағыу һүрәттәр хаҡында бара.
Киләһе йылдың яҙында “Шүлгәнташ” тарихи-мәҙәни музей комплексын асырға ниәтләйбеҙ. Унда конференц-залдар, балалар ғилми үҙәге, заманса лабораториялар, киң һаҡлау фонды буласаҡ.
Беҙҙең өсөн милли берҙәмлекте, бай тәбиғи, тарихи-мәҙәни мираҫты һаҡлау, һис шикһеҙ, өҫтөнлөклө бурыс булып тора. Идеяларыбыҙҙы ЮНЕСКО эштәре буйынса комиссиянан коллегаларыбыҙ ҙа хуплар тип ышанам, – тине республика Башлығы.
Фото: "Бәйләнештә".