Йәмғиәт
23 Декабрь 2021, 17:30

Илнур Ҡәләмов табылған

Учалы егете бер ай элек юғалғайны...

Илнур Ҡәләмов табылғанИлнур Ҡәләмов табылған
Илнур Ҡәләмов табылған

Учалы районы егете, йырсы, аранжировкалаусы Илнур Ҡәләмовтың юғалғаны тураһында хәбәр иткәйнек.

Ул бер ай элек өйөнән сығып китә. Әлегәсә егеттән бер ниндәй хәбәр булмай, үҙе лә бәйләнешкә сыҡмай. Туғандары полицияға ғариза яҙа, ирекмәндәр эҙләү ойоштора.

Ниһайәт, бөгөн йырсы һәм ҡурайсы Илнур Ҡәләмов Өфөнән ата-әсәһенә шылтыратҡан! Учалыға машина табыу менән ҡайтып етәсәген белдергән.

Уның ҡайҙа булғаны хаҡында әлегә хәбәр ителмәй. Иң мөһиме - иҫән-һау!

Фото: kazan.bezformata.com

Автор:Карима Усманова
Читайте нас