

Бөгөн республиканың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығында “Күп фатирлы йорттарҙы тәртиптә тотоу һәм йорт яны биләмәләрен төҙөкләндереү буйынса иң яҡшы объект” республика конкурсында еңеүселәр бүләкләнде.
Өсөнсө йыл рәттән үткәрелгән конкурстың маҡсаты – граждандарға уңайлыраҡ йәшәү шарттары тыуҙырыу, йорттарҙы, йорт яны биләмәләрен, подъездарҙы төҙөкләндереү йәһәтенән инициатива күрһәтергә мөмкинлек биреү, торлаҡ фондын тәртиптә тотоуҙа әүҙем ҡатнашҡан кешеләрҙең башланғыстарына булышлыҡ итеү.
Иң яҡшы күп фатирлы йорттарҙы, йорт яны биләмәләрен һәм подъездарҙы торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Алан Марзаев рәйеслегендәге комиссия билдәләне. Иң яҡшы күп фатирлы йорт исеменә дәғүәселәр подъездарҙы биҙәү һәм таҙа тотоу, конструктив элементтарҙың, баҫҡыс майҙансыҡтарының, инженерлыҡ селтәрҙәренең, йорт фасадтарының техник торошо, балалар һәм спорт майҙансыҡтарын йыһазландырыу, йорт яны биләмәләрендә тәртип булдырыу кеүек критерийҙар буйынса баһаланды. Быйыл конкурс комиссияһына 46 муниципалитеттан 203 ғариза килгән. Конкурс призерҙарын ҡотлап, Алан Марзаев йорт милекселәренең торлаҡ фондына идара итеү мәсьәләләрендә әүҙемерәк ҡатнашыу зарурлығын билдәләне.
Ҡайһы бер муниципаль берәмектәр бер нисә номинацияла еңеү яуланы. Мәҫәлән, иң яҡшы күп фатирлы йорт ҡына түгел, шулай уҡ иң яҡшы подъезд да Ағиҙелдә урынлашҡан.
“Иң яҡшы күп фатирлы йорт” һәм “Иң яҡшы йорт яны биләмәһе” номинацияларында еңгәндәр беренсе урын өсөн – бер миллион һум, икенсегә – 700 мең, өсөнсө урынға 500 мең һум аҡса ала. “Иң яҡшы подъезд” номинацияһында беренсе урынға 500 мең һум, икенсегә – 300 мең һум, өсөнсөгә 100 мең һум күләмендә аҡсалата премия ҡаралған.
Әйткәндәй, Күмертау ҡалаһы халҡы (һигеҙ йортта йәшәгәндәр) үҙҙәренең бүләк фондын йорт яны биләмәһен ҡарҙан таҙартыуға тотонорға ниәтләй.
Фото: Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы.