

Һәр иртә "Сәләм" тапшырыуында Республикаға идара итеү үҙәге хеҙмәткәрҙәре көнүҙәк һорауҙарға яуап бирә. Бөгөн тура эфирҙа Башҡортостанда иртәгә балаларға бушлай Яңы йыл бүләктәре бирелеүе, уларҙың кемдәргә тәғәйенләүе мәсьәләләре ҡаралды.
Республика Башлығы Радий Хәбировтың указына ярашлы, был бүләктәр уҡыу алдынғыларына, предмет олимпиадалары, спорт ярыштары, төрлө мәҙәни саралар, конкурс-фестивалдәр еңеүселәренә, лауреаттарына, хәрби хеҙмәттә бурысын үтәгәндә һәләк булғандарҙың балаларына, һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәргә һәм ишле ғаиләлә тәрбиәләнгәндәргә тапшырыласаҡ.
Тантаналарҙың барыһында ла COVID-19 сиренә ҡаршы һаҡланыу саралары теүәл һаҡланасаҡ.
Фото: bebinka.ru