Йәмғиәт
24 Декабрь 2021, 05:30

“Бөтә программаларҙа ла ҡатнашырбыҙ”

Башҡортостандың ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Наталья Полянская үҙ фекерен белдерҙе.

“Бөтә программаларҙа ла ҡатнашырбыҙ”“Бөтә программаларҙа ла ҡатнашырбыҙ”
“Бөтә программаларҙа ла ҡатнашырбыҙ”

Мәғлүм булыуынса, кисә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҙур матбуғат конференцияһы булды. Президент унда ишле ғаиләләргә ярҙам саралары тураһындағы һорауға яуап бирҙе.

Башҡортостандың ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Наталья Полянская дәүләт башлығының ошо һүҙҙәренә ҡарата фекерен белдерҙе.

“Матбуғат конференцияһында Владимир Владимирович Путинға күп балалы ғаиләләргә ер участкалары биреүгә һәм уларҙы инфраструктура менән тәьмин итеүгә ҡағылған бик мөһим һорау бирелде. 2012 йылдан Башҡортостан Республикаһында ишле ғаиләләргә 45722 ер участкаһы бирелгән, шуға күрә беҙҙең өсөн был мәсьәлә бик киҫкен һәм көнүҙәк. Тағы ла бер әһәмиәтле йүнәлешкә – күп балалы ғаиләләргә бирелгән ер бүлемдәрен инфраструктура менән тәьмин итеүгә иғтибар бирелде. Беҙҙеңсә, бындай сара ошондай ғаиләләрҙең проблемаларын хәл итеп кенә ҡалмаясаҡ, шулай уҡ уларға яңы урынға күсеп, торлаҡ шарттарын яҡшыртырға мөмкинлек бирәсәк. Был программа тап ошоға йүнәлтелә. Рәсәй Федерацияһының Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан регламенттарҙы көтәбеҙ һәм кисекмәҫтән инфраструктура менән тәьмин итеүгә ҡағылған бөтә программаларҙа ла ҡатнашырға ғариза бирәсәкбеҙ”, – тине ул.

Фото: mzio.bashkortostan.ru/

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас