Йәмғиәт
24 Декабрь 2021, 06:52

“Битараф булмаған кешеләр генә донъяны үҙгәртә ала”

“Беҙ йәмғиәт өсөн эшләргә тейеш”

Автор фотоһы.Автор фотоһы.
Фото:Автор фотоһы.

Күптән түгел Башҡортостан Республикаһының Йәмәғәт палатаһы рәйесе итеп бер тауыштан Азамат Йәнбирҙинды һайланылар. “Беҙ Азамат Йәнбирҙинде яҡшы беләбеҙ – Хеҙмәт министрлығы ҡарамағындағы Йәмәғәт советы рәйесе булған сағынан уҡ. Ул ваҡытта совет иң яҡшыларҙың береһе ине, шуға күрә Азамат Ғибәҙулла улының йәмәғәт эшмәкәрлегендә тәжрибәһе бар. Уның кандидатураһын хуплайбыҙ”, – тип белдерҙе Палата рәйесе урынбаҫары Лида Исаргакова. 

Азамат Ғибәҙулла улы Йәнбирҙин 1971 йылда Ишембай ҡалаһында тыуған, Башҡорт дәүләт университетын, Хеҙмәт һәм социаль хеҙмәт мөнәсәбәттәре академияһын тамамлаған. 1999 – 2010 йылдарҙа “Бөтә Өфө” телеканалын булдырыуға һәм үҫтереүгә күп көс һала, директор урынбаҫары вазифаһын атҡара, унан һуң “ДТРК” теле-радиокомпанияһы директорының телевидение буйынса урынбаҫары булып эшләй. Әле “Бөтә Өфө” муниципаль телевидениеһында директор.

Телевизор ҡараусылар уны Азамат Әлмөхәмәтов булараҡ белә, былтыр ул фамилияһын Йәнбирҙингә алмаштырған. Ни өсөн ошо аҙымға барған? Яңы вазифала нисек эшләргә уйлай? Ошо һорауҙарға яуап алыу маҡсатында, уның менән осрашып һөйләштек.

– Азамат Ғибәҙулла улы, тормошоғоҙҙағы ҡырҡа үҙгәрештәргә әҙер инегеҙме?

– Дөрөҫөн генә әйткәндә, Баш­ҡортостандың Йәмәғәт палатаһы рәйесе итеп тәҡдим итеүҙәре, Палата ағзаларының минең өсөн тауыш биреүе бөтөнләй көтөлмәгән хәл булды. Был вазифала эшләргә ризалаштым, сөнки телеканалдағы “Беҙҙең заман геройы”, “Беҙҙең өйҙөң йәме” кеүек изге тапшы­рыуҙар әҙерләп, хәйриә эшмәкәр­легендә тәжрибә туплауға өлгәш­тем, был иһә ошо ҡаҙаныштарҙы таныу, тип иҫәпләйем.

“Беҙҙең заман геройы” тапшырыуы хәҙер Бөтә Рәсәй кимәлендә уҙғарылып, халыҡ-ара кимәлгә сығасаҡ. “Беҙҙең өйҙөң йәме” ярҙамында 47 етем баланы ғаиләгә урынлаштырҙыҡ. “Беҙҙең заман геройы” – берләштереп тороусы тапшырыу, уны Радий Фәрит улы ла оҡшатҡан. “Һин йәмәғәт эше ме­нән шөғөлләнәһең, шуға ла бул­дырасаҡһың”, – тип республика Башлығы ла ышаныс белдерҙе. “Бөтә Өфө” телеканалындағы эш­мә­кәрлегем миңә Йәмәғәт пала­таһына эләгергә мөмкинлек бирҙе. Тәүҙә унда ағза булдым, хәҙер инде рәйесе итеп һайланылар.

Был – бик яуаплы бурыс, әле был эштең айышына төшөнәм. Хәҙерҙән үк етди пландарым бар. Коллегалар әйтеүенсә, эш еңел дә, күңелһеҙ ҙә булмаясаҡ. Тимәк, эшләйәсәкбеҙ. Палата ағзалары – әүҙем, битараф түгел кешеләр, бергәләп күп нәмә башҡара алырбыҙ, тип ышанам.

Йәмәғәт палатаһы ул Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың күсер­мәһе булып торған структура кеүек, хатта комитеттарҙың да исеме оҡшаш. Палата ағзалары, эксперттар ҡыҙыҡлы, файҙалы тәҡдим­дәрҙе ҡарап, уны Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға тәҡдим итә. Быйылдан Йәмәғәт палатаһына закондар әҙерләү хоҡуғы ла бирелде, йәғни беҙҙең юристар, проекттарҙы ҡарап, Ҡоролтайға тәҡдим итә аласаҡ.

Мәҫәлән, мине Йәмәғәт пала­таһы рәйесе итеп һайлаған көндә бик ҡыҙыҡһыныу тыуҙырған тәҡдим булды – пенсияның страховка өлөшөн вариҫтарына ҡалдырыу тураһында. Кеше ғүмер буйы эшләй, Пенсия фондына иғәнә күсерә, аҙаҡ ҡапыл үлеп китә, ә аҡса дәүләткә тороп ҡала. Был ғәҙел түгел, тип иҫәпләйем. Әле беҙҙең Йәмәғәт палатаһы уны вариҫтарға биреү тәҡдиме менән сығыш яһай. Әгәр ҙә ул закон проекты итеп әҙерләнеп, Дәүләт Думаһы кимәленә барып етеп ҡаралһа, беҙҙең өсөн ҙур ҡаҙаныш буласаҡ.

 

– Нисек уйлайһығыҙ, һеҙҙең журналист булыуығыҙ Йәмәғәт палатаһы рәйесе эшендә ярҙам итерме?

– Республика Башлығы Радий Хәбиров, ике структураға – рес­публиканың Йәмәғәт палатаһына һәм Кеше хоҡуҡтары буйынса советҡа таянырға тейешмен, тип белдерҙе, йәғни улар йәмәғәтсе­лекте борсоған мәсьәләне асыҡлап, тикшереп, ҡарар ҡабул итеү юлдарын эҙләргә, тәҡдим итергә тейеш. Ысынлап та, әгәр халыҡты ниндәйҙер мәсьәлә борсоп, кеше­ләр урамға сыҡһа, ризаһыҙлыҡ белдерһә, тимәк, улар менән береһе лә эшләмәгән, аһ-зарын ишетмәгән. Ҡайһы саҡта чиновник­тарҙың халыҡты борсоған һорауҙарға иғтибар итергә, айышына төшөнөргә ваҡыты булмай. Был осраҡта Йәмәғәт палатаһы алдында ябай кешеләрҙе ишетеү, улар күтәргән мәсьәләне уртаға һалып һөйләшеү һәм уны дәүләт органдарына еткереү бурысы тора.

Республика Башлығы ла Йә­мәғәт палатаһы мөһим мәсьә­ләләрҙе хәл итерлек ойошмаға әй­лә­неүен теләй. Журналист эшендә лә беҙҙең “Бөтә Өфө” телеканалы “Беҙ яҡыныраҡ!” тигән саҡырыу ме­нән эшләй, йәғни эфирға сығар­ған яңылыҡтар аша кешеләргә файҙа килтерергә тырышабыҙ. Һәр яңылыҡ, сюжет, ваҡиға халыҡҡа ярҙам итергә тейеш, тип иҫәп­ләй­беҙ. Халыҡтың беҙгә шылтыратып, ярҙам һорауы һәм уларға ярҙам итә алыуыбыҙҙан ҡәнәғәтлек алабыҙ.

Шуға ла киң мәғлүмәт сарала­рының тәьҫир итерлек вәкәләттәре бик ҙур, тик ул етерлек кимәлдә баһаланмай, тип иҫәпләйем. Ҡулыбыҙҙа ни тиклем көслө сығанаҡ булғанын әле һаман аңлап етмәйбеҙ. Шуға ла журналист тәжрибәм эшемдә ярҙам итер, тип ышанам. Битараф булмаған кешеләр генә донъяны үҙгәртә ала.

 

– Хәҙер һеҙгә Өфөнө генә тү­гел, ә барлыҡ республика хал­ҡын борсоған мәсьәләләр менән шөғөлләнергә тура киләсәк...

– Эйе, инде өс йыл “Бөтә Өфө” муниципаль телеканалы директоры булып эшләйем, шуға ла минең өсөн яңы вазифа бер бейек, көтөлмәгән баҫҡыс булып тора. Әле етеҙ рәүештә республика тормошон өйрәнәм. Үҙем дә Өфө кешеһе түгелмен, бәләкәй Ишембай ҡалаһында тыуып үҫкәнмен. Яҡташтарым менән аралашам, был да урындағы кешеләрҙең тын алышын тойорға булышлыҡ итә. “БЮТ” телеканалындағы хеҙмәттәштәр ҙә хәлгә төшөнөүҙә йүнәлеш бирә, уларҙың тапшырыуҙарын ныҡлап ҡарап барам.

Йәмәғәт палатаһының аппараты бар, улар барлыҡ мәғлүмәтте туплай, эшкәртә, ә палата ағзалары һәм эксперттары бурысы – был эштәрҙе ҡабул итеү, тикшереү, кәңәш биреү. Шуға ла беҙгә агрегатор ҙа булырға, мөрәжәғәттәрҙе тиҙ хәл итергә лә кәрәк, сөнки ҡайһы бер мәсьәләләр кешеләрҙең яҙмышына туранан-тура йоғонто яһай, хәл итә.

Мәҫәлән, “БелАвтодеталь” йәм­ғиәтенә бәйле хәл тураһында ишет­кәнһегеҙҙер. Башҡортостан Йәмә­ғәт палатаһына килгән мөрәжәғәттә әйтелеүенсә, предприятиены күрә­ләтә бөлгөнлөккә төшөрәләр: 2010 йылдан бирле етәкселек эштең яңы алымдарын эҙләү менән шөғөлләнмәй. Предприятиены һатҡан осраҡта, инвалидтар ҙа, башҡа хеҙмәткәрҙәр ҙә эшһеҙ ҡаласаҡ, ә бинаны емерәсәктәр. Уларға яңы хеҙмәт урындары булдырыу, мәшғүллекте хәстәрләү ҡаралмаған. Был мәсьәләгә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та иғтибар итте һәм уның булышлығында мөрәжәғәт итеүсе­ләргә ярҙамлаша алдыҡ.

Әйтергә кәрәк, Йәмәғәт палата­һы ағзаһы, юрист Булат Сафин, был мәсьәләне юридик яҡтан ныҡлап өйрәнеп, мөрәжәғәт иткән инвалидтарҙың хаҡлы булыуын сағылдыра алды. Ул үҙе лә күҙ буйынса инвалид, шулай булһа ла юрист булып уңышлы эшләп йөрөй, матур ғаилә ҡорған. Беҙ уны “Йыл юрисы” исеменә тәҡдим иттек, бар яҡлап та ярҙам итергә тырышабыҙ.

Ғөмүмән, Йәмәғәт палатаһында ошондай битараф булмаған кешеләр бик күп. Мәҫәлән, Ләйсән Хызырова – медицина хеҙмәт­кәрҙәренең ирекмәндәр отряды етәксеһе. Пандемия көслө булған һәм бөтәһе лә өйҙә ултырған саҡта, ул Башҡортостан дәүләт медицина университеты студенттарын ойоштороп, аҙыҡ-түлек тупланмаһы таратыуҙы, ололарға ярҙам итеүҙе ойошторҙо. Стәрлетамаҡ ҡалаһы­нан Екатерина Першина, 2017 йылда бер малайҙы яҡлап, үҙен бысаҡ аҫтына ҡуя. Ул да Палата ағзаһы булып тора. Марина Таранова ирекмәнлек хәрәкәте менән күп шөғөлләнә, уларҙы берләштерә. Ғөмүмән, Йәмәғәт палатаһында ошондай битараф булмаған ағзалар күп, улар һәр мөрәжәғәткә битараф ҡалмай, борсола, әүҙем гражданлыҡ ҡарашын белдерә.

 

– Экран аша матур итеп һөй­ләп торған журналистың тормошо ла күркәмдер, тип фекер йө­рөткәндәр ҙә барҙыр. Ә бит тормошта улай түгел, сөнки һөнәри ерлектә күп мәсьәләләрҙе йөрә­гең аша үткәрергә тура килә, репортажың ҡайһы берәүҙәргә оҡшап етмәгән саҡта, эҙәрлек­ләү­ҙәргә лә дусар булаһың. Күптәр түҙмәй, был һөнәрҙән китә. Әммә һеҙ оҙаҡ йылдар эшегеҙгә тоғролоҡто һаҡлап киләһегеҙ...

– Мин “Восход” гәзите редакцияһында үҫтем, тип әйтергә була. Әсәйемдең хеҙмәтен күрҙем, миңә уның эше шул тиклем ҡыҙыҡ һәм оҡшай ине, шуға ла журналист булып эшләү еңел, тип уйлай торғайным. Әсәйемә ҡарап, һөнәргә ғашиҡ булдым, шуға ла һөнәр һайлағанда икеләнеүҙәр булманы. Яҡын кешем телевидениеға эшкә барыуымды теләне, ә минең гәзиттә эшләгем килде. Ул: “Гәзит журналисы – үҙенсәлекле һөнәр”, – тип иҫәпләне. Мәҫәлән, радио – “Нимә булған?”, телевидение – “Нисек булған?”, ә гәзит “Ни өсөн булған?” тигән һорауҙарға яуап бирә, йәғни мәҡәләлә мотлаҡ аналитика булырға тейеш, мәсьәләнең төбөнә төшөүҙе талап итә. Шуға ла миңә аналитикаһы булған журналистика оҡшай, гәзиттәрҙе яратып уҡыйым. Күптәр һанлы мәғлүмәткә, гаджеттарға өҫтөнлөк бирһәләр ҙә, яҙма баҫманан айырылмайым. Әсәйем кеүек гәзиттә эшләгем килде, көтмәгәндә телевидениеға барып эләккәс, ул: “Кәрәкмәй, һинеке түгел”, – тип әйтә торғайны.

Телевидение технологияларҙы, тиҙлекте талап итә, шуға ла унда эшләгәндәр күпкә етеҙ фекерләй – биш минутҡа килергә, мәсьәләнең айышына төшөнөргә, иң мөһимен эшкәртеп, кадрҙа күрһәтеүгә өлгәшергә. Унда бер команданың хеҙмәте талап ителә, йәғни унлап кешенең эшмәкәрлеге кәрәк. Гәзиттә мәҡәлә ниндәй булыры үҙеңә генә бәйле, уның өҫтөндә һин эшләйһең.

Шулай итеп, журналист булып киттем инде. Тележурналист булһам да, гәзит журналистарына оло хөрмәт менән ҡарайым, әсәйем ошо һөнәр эйәһе булды һәм үҙем дә “Восход”та, “Ленинсы” республика гәзитендә бер аҙ эшләп алдым.

Башҡорт дәүләт университетының өсөнсө курсында уҡып йөрөгәндә, телевидениеға барҙым. Бер йыл бушлай тапшырыу алып барғандан һуң ғына рәсми эшкә урынлаштым. Шуға ла хеҙмәт хаҡына иғтибар итмәнем, иң мөһиме – эште урынына еткереп үтәргә һәм хеҙмәтеңдән ҡәнәғәтлек алырға. Шундай мөнәсәбәт булғанда, хеҙмәтең дә лайыҡлы баһа аласаҡ. 

 

– Һеҙҙе тәүҙә Азамат Әлмөхәмәтов тип белә инек, хәҙер Йәнбирҙин фа­милияһын йөрөтәһегеҙ. Фамилия­ғыҙҙы алмаштырыуға нимә этәрҙе?

– Әсәйем Гөлшат Әмин ҡыҙы Әлмөхәмәтова Ишембай ҡалаһының “Восход” гәзитендә журналист, хаттар бүлеге мөдире булып 15 йыл эшләне. Һуңынан ҡала хакимиәтендә мәҙәниәт бүлеге начальнигы итеп тәғәйенләнеләр, аҙаҡ, хаҡлы ялға сыҡҡансы, 15 йыл дауамында Ишембай ҡала хакимиәтенең социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары булды. Атайым Ғибәҙулла Ғөбәй улы Йәнбирҙин менән бергә йәшәмәнеләр, әммә әсә­йемдең уны ғүмер буйы яратҡанын беләм. Фамилияны алмаштырыу өсөн документтар юллап йөрөгән саҡта, атайым үлер алдынан эштәрен тәртипкә килтергәндә үҙенең тәүге исеме Ғибәҙулла булыуын белеп, гражданлыҡ хәле акттарын теркәү органына барып, тәүге исемен яҙҙырта. Шуға ла мин тәүҙә фамилиямды үҙгәрт­тем, ә һуңынан исемен үҙгәрткәнен белгәс, мин дә документтарҙы төҙәтеп, атайымдың тулы исемен яҙҙырттым.

2006 йылда йәнә бер ҙур ҡайғы ки­серҙем – ете йәшлек улым мәктәптән ҡайт­ҡас, әйберен эләм тип, шкафҡа ынтыла һәм, ошо шкаф өҫтөнә ауып, һәләк булды. Был фажиғәлә әсәйем үҙен ғәйепле тойҙо, ныҡ ҡайғырҙы һәм, үҙе лә ауырып, 2009 йылда гүргә инде.

Атайым да, әсәйем дә бер үк ауы­рыуҙан – ашҡаҙан биҙе шешенән китте.

Әсәйемдең ғүмеренең һуңғы ике айында мин уның эргәһендә йыш булдым, даими рәүештә уколдар ҡаҙап торҙом. Шул мәлдәрҙә, беҙ йыш һөйләшеп ултырған саҡтарҙа, ул атайым менән ныҡлап ташлашмаҫ элек, миңә 18 йәш булғас, уның фамилияһын йөрөтәсәкмен, тип вәғәҙә бирә. Әсәйем ауырып ятҡанда ошо вәғәҙәһен үтәмәүе тураһында һөйләне һәм атайымдың теләген үтәүен һораны. Тик ул саҡта мин бындай ҡарар ҡабул итеүгә әҙер түгел инем. 2009 йылда “миңә 38 йәш, ғүмер буйы Әлмөхәмәтов булдым”, тинем. “Был ҡурҡыныс түгел, өйрәнерһең”, – тип йылмайҙы ул. Әсәйем үлгәс, уның теләген үтәй алманым.

Былтыр, ҡатыным менән коронавирус эләктереп, өйҙә ауырып ятҡанда, уҙған тормошобоҙға байҡау яһай башланыҡ, күп һынауҙар аша үтергә тура килгән икән. “Ниңә?” – тигән һорау бирәбеҙ. Шул саҡта минең үтәмәй ҡалған бурысым барлығы иҫкә төштө. Ҡатыным менән кәңәшләшеп, бергә ҡарар ҡабул итеп, фамилияны үҙгәртергә булдыҡ. Тыуым теорияһы бар, уға ярашлы малай кеше һәр саҡ атаһының фамилияһын йөрөтөргә тейеш. Атаһының кем булыуына ҡарамаҫтан. Аллаға шөкөр, атайым бик абруйлы кеше булды, әле лә күптәр уны яҡшы яҡтан иҫкә ала.

Әлбиттә, фамилия алмаштырыуымды күптәр аңламаны һәм ҡабул итмәне. Зыяны юҡ, өйрәнерҙәр, үҙем дә яйлап күнектем бит. Әсәйем дә һәр саҡ миңә: “Ух, еңмеш Йәнбирҙин, уҫал башҡорт малайы, атаһы кеүек”, – тип әйтә ине.

Әлбиттә, 50 йәштә фамилияны алмаштырыу еңелдән булманы. Әсәйем үлгәндән һуң 11 йыл үткәс кенә вәғәҙәмде үтәнем. Дөрөҫ эшләгәнмендер, тип уйлайым. 

 

– Йәмәғәт палатаһы рәйесе вази­фаһында ниндәй йүнәлештәргә айырыуса иғтибар итергә уйлайһығыҙ?

– Йәш кеше күбәләк тотоп, аҡыл эйәһенә барып: “Минең ҡулымда күбәләк тереме йәки үлеме?” – тип һорарға уйлай. Әгәр ул: “Тере”, – тип әйтһә, усымды ҡыҫам, күбәләк үлә һәм мин: “Юҡ, һин дөрөҫ әйтмәнең”, – тип тиәсәкмен. Әгәр ҙә ул: “Үле”, – тиһә, усымды асам һәм күбәләк осоп китәсәк. Ул саҡта ла аҡыл эйәһе дөрөҫ яуап бирмәйәсәк. Шулай итеп, аҡыл эйәһенә килеп: “Тереме, әллә үлеме?” – тип һораған ул. Аҡыл эйәһе: “Бөтәһе лә һинең ҡулда”, – тип яуап бирә.

Ошо кинәйәле хикәйәне яратам. Ысынлап та, бөтәһе лә үҙебеҙҙән тора. Теләһәк, барыһы ла килеп сығасаҡ, әгәр ҙә ҡуйылған маҡсатҡа өлгәшмәһәк, тимәк, ҙур теләк булмаған. Һәр һөнәрҙә эшләгәндәргә лә битараф булмаҫҡа кәрәк, әгәр ынтылып, янып тормаһаң, ул саҡта һинең бер эшең дә килеп сыҡмаясаҡ. Үҙеңдең мәнфәғәтеңде ҡайғыртмай, кешеләргә ярҙам итергә тырышһаң, улар ҙа һиңә ынтыласаҡ һәм барлыҡ хыялдарың тормошҡа ашасаҡ, тип иҫәпләйем.

Йәмәғәт палатаһында тәжрибәле команда бар, хәҙер беҙгә бергәләп эшләргә генә ҡалды. Мин был вазифаға ике йылға һайландым, ошо ваҡытта башҡарған эш өсөн яуап биргәндә кешеләрҙең йөҙөнә ҡарарға оят булмаҫлыҡ итеп эшләргә тырышасаҡбыҙ. Эшебеҙҙе йәмғиәтебеҙгә һәм кешеләргә мөмкин тиклем файҙа килтерерлек итеп ойоштороу мөһим. Йәмәғәт палатаһы йәмғиәт өсөн эшләргә тейеш.

 

– Азамат Ғибәҙулла улы, эшегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ, хыялдарығыҙ һәм барлыҡ уй-ниәттәрегеҙ тормошҡа ашһын!

 

Рәмилә МУСИНА әңгәмәләште.

Читайте нас