

27 декабрҙә Өфөләге “Торатау” конгресс-холында “Кубоктар лигаһы” башҡорт шаяндар һәм отҡорҙар клубының финал уйындары үткәрелә.
Икенсе миҙгел еңеүселәренә 100 мең һум ҡаралған. Өфө, Стәрлетамаҡ ҡалаларынан, Бөрйән, Ейәнсура, Күгәрсен райондарынан биш студенттар һәм йәштәр командаһы үҙҙәрен һынап ҡараясаҡ.
Кубоктар лигаһы 2019 йылдан уҙғарыла. Сараның маҡсаттары - башҡорт телендәге йәштәр сараларын юғары кимәлгә күтәреү, йәш быуындың ижади, үҙаллы әүҙем эшләү һәләтен тормошҡа ашырыуға ярҙам. Бөгөнгә тиклем туғыҙ сарала 30 команда, биш мең тамашасы ҡатнашҡан.
Быйыл финалға сыҡҡандарҙы “Йондоҙ менән фристайл”, “Капитандар”, “Музыкаль өйгә эш” көтә. Тамаша бик сағыу булмаҡсы.
Сара Башҡортостан Башлығы гранты аҡсаһына республиканың Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды тарафынан үткәрелә.
Фото: Мәғариф һәм фән министрлығы.