+20 °С
Болотло


Яңы йыл мажаралары көн һайын осрап ҡына тора. Был юлы бигерәк тә ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та осраҡ теркәлгән. Әбйәлил районы үҙәге Асҡарҙа төлкө "ҡунаҡҡа килгән". Улай ғына түгел, район хакимиәте бинаһы янында ултырап, ҡыҙыҡһыныусылар өсөн тып-тыныс фотоға һәм видеоға төшкән. Күрәһең, хәйләкәр төлкө Яңы йыл алдынан әбйәлилдәрҙең хәлен белешергә уйлағандыр... Ни тиһәң дә, уларға ла ҡышты имен-һау сығырға кәрәк бит.
Фото һәм видео: "Башинформ"