Йәмғиәт
24 Декабрь 2021, 08:24

Ике ҡалала ла элекке ҡатындары йәшәй икән…

co.pinterest.comco.pinterest.com
Фото:co.pinterest.com

Мин үҙем: “Замана үҙгәрҙе, йәшәү ауыр, бар әйбергә хаҡ арта”, – тип зарланмайым. Зарландың ни, зарланманың ни, барыбер һинеңсә булмай. Тормош шулай бара ла бара. Нисек кенә яҡшы булмаһын, кешегә ярап булмай. Бер нисә йыл элек Өфөгә такси менән ҡайтыуҙы күҙ алдына килтереүе лә мөмкин түгел ине. Хәҙер, рәхим ит, социаль селтәрҙәге махсус төркөм аша таксист менән бәйләнешкә инәһең. Был юлы ла шулай булды.

“Ижәү – Өфө. Такси. Иномарка, тиҙ һәм сифатлы. 1900 һум. Руслан” тип яҙылғайны. Тоттом да шылтыраттым. “Автовокзалдан ҡуҙғалабыҙ”, – тине.

Минән башҡа тағы өс юлсы бар ине: бер ир-ат һәм әбейе менән дүрт-биш йәштәрҙәге ҡыҙ бала. Улар миңә йәнәшә ултырҙы. Әбей йәшел сумкаһына ике ҡуллап йәбешкән. Миллиондар тултырылған ҡапсыҡ тотҡан, тиерһең. Үҙе әйтеүенсә, пенсияға сыҡҡансы халыҡ судында эшләгән. Шуғалыр ҙа кешеләргә ышанысы бөткән, һәр саҡ уяу. Ейәнсәре, ҡыҙ бала булһа ла, тиктормаҫ булып сыҡты. Сарапулды уҙыуға, үҙенең матур пакетынан “Барби” ҡурсағын сығарҙы. Әллә ниндәй хәрәкәттәр яһап, ҡурсағының аяҡ-ҡулдарын тартҡылап, сәсен йолҡа башланы. Ҙур эш ҡылғандай, үҙе ниҙер һөйләнә, көлә.

Шофер янына мыйыҡлы бер ир ултырҙы. Уға барыбер, бер кемде лә күрмәй ҙә, ишетмәй ҙә кеүек. Ҡолағына ҡолаҡсын тыҡҡан, күҙҙәре яртылаш йомоҡ. Музыка тыңлайҙыр, бәлки, йоҡлайҙыр – аңлашылмай. “Ул Нефтекама ҡалаһында төшә”, – тине шофер. “Юҡ, Дүртөйлөлә”, – тине әбейебеҙ. Бәхәсләшеп тә алдылар. Шофер ирҙе уятып һорағайны, “Нефтекамала сығам, йоҡлап китһәм, уятмағыҙ, миңә Дүртөйлөгә лә ярай”, – тигән яуап алды. Уға барыбер – ике ҡалала ла элекке ҡатындары йәшәй икән. Әле йоҡоһон туйҙыра-туйҙыра вахтанан ялға ҡайтып килеүе.

Мажаралы булды был сәфәрем. Яманһыулап ултырманым. Бигерәк тә теге кескәй ҡыҙсыҡ тел биҫтәһе булып сыҡты. Үҫкәс ул, һис шикһеҙ, суд органдарында эшләйәсәк, адвокат булыр, моғайын. Юл буйы әллә ниндәй һорауҙар биреп, өләсәһен яфаланы. Яуап ала алмаһа, ҡурсағының ҡулдарын ҡайырып, сәсен йолҡто. “Өләсәй, Ижәү ҙурмы, әллә Өфөмө?”, “Салауат Юлаевтың атының исемен беләһеңме?”, “Трамвай йөрөтөүселәргә күңелһеҙҙер, көн дә бер үк юл, бер үк эш?” – тип һорауҙар яуҙырҙы.

Бына Кама йылғаһы аша һалынған оҙон күперҙе сыҡтыҡ. Тәбиғәттең матурлығына һоҡланып, тирә-яҡты күҙәттек. Шоферыбыҙ ғына күпер аша сығыуҙың ҡиммәткә төшөүенә зарланды. “Барғанда – 500, ҡайтҡанда 500 һум түләтеп, көпә-көндөҙ талайҙар”, – тине. Күперҙе сыҡҡас, юл ситендә машина туҡтатырға ҡул күтәргән юлсы күренде. Водитель уны ла алмаҡсы булғайны ла, әбей шунда уҡ командирҙарса тауышы менән ҡырт киҫте: “Йүнле кеше булһа, үҙенең машинаһында йөрөр ине. Шул йәшкә етеп, автомобиль дә ала алмағас, ул йә ялҡау, йә хөрәсән”, – тип йәшел сумкаһын күкрәгенә нығыраҡ ҡыҫты. Ейәне лә уны ҡеүәтләп: “Урын былай ҙа тар”, – тип өҫтәп ҡуйҙы. Алда ултырған ир менән мин: “Алырға кәрәк. Бәлки, ул телеграмма алып, ата-әсәһенә ҡайтып баралыр. Хәленә инергә кәрәк”, – тинек. Шоферыбыҙ ҙа беҙҙең яҡлы булды. Юлсы, машинаның ишеген асып, урын юҡлыҡты күрҙә лә, рәхмәт әйтеп, ултырыуҙан баш тартты.

Нефтекаманы уҙып китеп, Дүртөйлөгә етәрәк, алда ултырған ир ҙә күҙҙәрен асты. “Мине төшөрөп ҡалдырығыҙ, йоҡом туйҙы”, – тине.

Бер аҙҙан беҙ ҙә иҫән-имен Өфөгә килеп еттек. Бына минең тыуып үҫкән ерем! Һаумыһығыҙ, яҡташтар! Һаумы, Өфө!

Дилфәр ХӘСӘНОВ.

Ижәү ҡалаһы.  

Читайте нас