Йәмғиәт
24 Декабрь 2021, 17:15

Мәктәптә туҡланыуҙың сифаты нисек?

"Башҡа төбәктәрҙәге коллегаларға ла беҙҙең тәжрибә файҙалы булыр тип ышанабыҙ".

Мәктәптә туҡланыуҙың сифаты нисек?Мәктәптә туҡланыуҙың сифаты нисек?
Мәктәптә туҡланыуҙың сифаты нисек?

Республикаға идара итеү үҙәге мәктәптә туҡланыуҙың сифатына ҡағылышлы мәсьәләне хәл итеү алымы тураһында социаль селтәрҙә пост ҡуйҙы. 

"Бөгөн Рәсәй төбәктәренә идара итеү үҙәктәренең иң яҡшы практикалары буйынса федераль семинарҙа мәктәптә туҡланыу проблемаларын хәл итеү алымдары тураһында һөйләнек.

Башҡортостандың Республикаға идара итеү үҙәге системалары мәктәп ашханаларындағы тәмһеҙ, һалҡын аш, боҙолған ризыҡтар, бысраҡ һауыт-һаба тураһында ялыуҙар ҡабул итә. Беҙ коллегалар менән берлектә барыһын да ҡарап, хәл-торошто яйға һалыу юлын таптыҡ. Мәғариф һәм фән министрлығы Һанлы үҫеш министрлығы менән берлектә “Башҡортостан Республикаһының берҙәм электрон белем биреү мөхите”н булдырҙы.  

Уның төп асылы – асыҡлыҡ. Ата-әсәләр шәхси кабинеты аша балаларҙың рационын күҙәтә, сифатты, аҙыҡ-түлекте биреү ваҡытын, ашханаларҙың таҙалығын тикшерә, ялыуҙар ҡалдыра ала.

Республиканың барлыҡ мәктәптәре сайтында хәҙер ун көнгә иҫәпләнгән меню һәм ризыҡтарҙың фотоһы, аҙыҡ-түлек менән тәьмин иткән ойошмаларҙың QR-кодтары, “ҡыҙыу бәйләнеш” телефондары һалына. Туҡланыуҙың сифатын бракераж комиссиялар контролдә тота, уларҙың составында ата-әсәләр ҙә бар. Ә беҙҙең Сауҙа министрлығы даими рәүештә мәктәптә туҡланыуҙы ҡарау буйынса күсмә тикшереүҙәр ойоштора.

Мең һүҙ урынына – һандар. 2021 йылдың ғинуарынан мартына тиклем беҙ мәктәптә туҡланыуҙың сифатына ҡағылышлы 350 ялыуҙы ҡараныҡ, ә сентябрь-ноябрь айҙарында – ни бары 57 мөрәжәғәт. Ошондай ҡарарҙар һөҙөмтәһендә ялыуҙар һаны 293-кә кәмегән. Хәҙер инде был мәсьәлә системалы проблема түгел.

Республиканың тәжрибәһен бөтә Рәсәй кимәлендә баһалауҙары, әлбиттә, бик ҡыуаныслы хәл. Башҡа төбәктәрҙәге коллегаларға ла беҙҙең тәжрибә файҙалы булыр тип ышанабыҙ", - тип яҙылды Республикаға идара итеү үҙәге төркөмөндә.

Фото: Республикаға идара итеү үҙәге.

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас