Йәмғиәт
24 Декабрь 2021, 04:00

Ғүмере шулай ҡапыл өҙөлөр тип кем уйлаған...

Быйыл ғына хаҡлы ялға киткәйне

Ғүмере шулай ҡапыл өҙөлөр тип кем уйлаған...Ғүмере шулай ҡапыл өҙөлөр тип кем уйлаған...
Ғүмере шулай ҡапыл өҙөлөр тип кем уйлаған...

23 декабрҙә Белорет районының элекке хакимиәт башлығы Николай Петрович Максимовтың йөрәге тибеүҙән туҡтаны. Иртә китте, уға ни бары 62 йәш ине.

Николай Петрович муниципаль хеҙмәт юлын тулыһынса үткән кеше: Үрге Әүжән ауыл советы депутаты, ауыл биләмәһе башлығы вазифаһынан алып, район хакимиәте башлығы урынбаҫары, һуңынан район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары һәм оҙаҡ йылдар район хакимиәте башлығы булып эшләне. Район хакимиәте башлығы вазифаһынан киткәс, Башҡортостан урман хужалығы министрының беренсе урынбаҫары итеп тәғәйенләнә. Һуңғы йылдарҙа "Ирәмәл" тәбиғәт паркы менән етәкселек итә.

Быйыл ул майҙа хаҡлы ялға китте. "Ялға сыҡтым, күпме эшләргә була", - тип шаяртты ул һуңғы тапҡыр күргән саҡта. Тик ял итеп, ғаиләһе өсөн йәшәп өлгөрмәне...

Николай Петрович менән хушлашыу иртәгә, 25 декабрҙә, 10:00 - 12:00 сәғәттә Белорет ҡалаһының Киров урамы, 205 адресы буйынса уҙасаҡ.

Николай Петровичтың туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.

Фото:социаль селтәрҙән. 

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас