Йәмғиәт
24 Декабрь 2021, 17:00

Республика халҡына - 14 яңы мөмкинлек

Быйыл Башҡортостанда, илдә ниндәй яңы хеҙмәттәр, ярҙам төрҙәре күрһәтелә башланы?  

Республика халҡына - 14 яңы мөмкинлекРеспублика халҡына - 14 яңы мөмкинлек
Республика халҡына - 14 яңы мөмкинлек

“Башинформ” мәғлүмәт агентлығы 2021 йылда Рәсәй, шул иҫәптән Башҡортостан халҡының да ниндәй яңы мөмкинлектәре барлыҡҡа килеүен, уларға күрһәтелгән яңы хеҙмәттәрҙе хәтергә төшөрҙө.

1. Яңғыҙ атайға йәки әсәгә түләүҙәр

2021 йылдың 1 июленән килеме йәшәү минимумынан түбән тулы булмаған ғаиләләрҙә үҫкән 8 – 16 йәшлек балалар һәр береһенә биш мең һумдан ашыу өҫтәмә аҡса ала. Ғаризаны “Дәүләт хеҙмәттәре порталы” аша бирергә мөмкин.

2. Сирле баланы ҡараған өсөн ауырығанлыҡ ҡағыҙы буйынса эш хаҡын 100 процент күләмендә түләү

2021 йылдың көҙөнә тиклем ҙур стажы булмаған йәш әсәләр сабыйын ауырыған осорҙа ҡараған өсөн түләүҙе эш хаҡының 60-80 проценты күләмендә генә ала ине. Эш хаҡын тулыһынса алыу өсөн кәмендә һигеҙ йыл эшләргә кәрәк ине. Был ғәҙелһеҙлекте төҙәттеләр – хәҙер ете йәшкә тиклемге бала сирләһә, уны ҡараған осор өсөн әсәгә, стажына ҡарамаҫтан, түләү тотош эш хаҡы күләмендә бирелә. Бының өсөн ғариза яҙыуҙың кәрәге юҡ.

3. Буласаҡ әсәләр өсөн өҫтәмә пособие

2021 йылдың июленән йөклөлөктөң тәүге айҙарында уҡ (12 аҙнаға тиклем) иҫәпкә торған һәм килеме йәшәү минимумынан түбәнерәк булған ҡатындар әүәлге кеүек бер тапҡыр түләнә торған түгел, ә айлыҡ пособие ала. Башҡортостанда ул айына 5320,5 һум тәшкил итә. Пособиены ғариза биргән айҙан (йөклөлөккә кәмендә алты аҙна тулғас) сабый тыуғанға тиклем алырға була. Ғаризаны “Дәүләт хеҙмәттәре” аша Пенсия фондына ебәрергә кәрәк.

Әйткәндәй, 2021 йылда дәүләт хеҙмәттәренең күбеһе цифрлаштырылды. Әле был ғәмәлдәр автоматлаштырылған тәртиптә “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы аша башҡарыла.

4. Өс йәштән ете йәшкә тиклемге балаларға пособие

Владимир Путин 2021 йылдың мартынан өс йәштән ете йәшкә тиклемге бала тәрбиәләгән ишле ғаиләләр өсөн пособие күләмен ярайһы уҡ арттырыу тураһында Указға ҡул ҡуйғайны. Хәҙер пособиеның төп күләме – һәр сабыйға 5038,5 һум. Әгәр был аҡсаны алғас та ғаилә аҙ тәьмин ителгән тип иҫәпләнһә, түләү күләме һәр балаға 7557,75 һумға тиклем күбәйә. Был осраҡта ла ғаиләнең килеме йәшәү минимумына етмәһә, пособие 10077 һумға тиклем арта.

5. Балаларға концерттарға биш мең һум

2021 йылдың көҙөнән 14 – 22 йәшлектәр "Дәүләт хеҙмәттәре. Мәҙәниәт” ҡушымтаһы ярҙамында “Пушкин картаһы”н ала һәм бөтә ил буйынса дәүләт иҫәбенә концерттарға, спектаклдәргә, күргәҙмәләргә йөрөй ала. Быйыл һәр кемдең картаһына өсәр мең һум килһә, киләһе йыл бишәр мең һум күсерелә.

Башҡортостанда бындай карта 155 меңдән ашыу кешегә бирелгән. Декабрь башына ҡарата, уның буйынса 30 миллион һумлыҡ 100 меңдән ашыу билет һатып алғандар.

Картаны дебет йәки кредит картаһы итеп ҡулланыу мөмкин түгел, шулай уҡ уға магазиндан аҙыҡ-түлек һатып алып, мәктәптә төшкө аш өсөн түләп, башҡа карталарҙан унда аҡса күсереп йәки банкомат аша тулыландырып булмай. Тәғәйен исемлектәге мәҙәни саралар өсөн генә түләй алаһығыҙ. Әле был исемлектә республикалағы 400-ҙән ашыу сара индерелгән.

Владимир Путиндың башланғысы буйынса тиҙҙән “Пушкин картаһы” ярҙамында үҙебеҙҙең фильмдарға билет алып та буласаҡ.

6. Ете процентлыҡ льготалы ипотека

Льготалы ипотека Рәсәй граждандарына йылына иң күбе ете процентҡа арттырып түләү шарты менән кредит алыу мөмкинлеген бирә. Үҙәк банктың төп ставкаһы үҫә барыуын һәм кредиттар буйынса процент ставкаһының да артыуын иҫәпкә алғанда, был бик отошло.

Программа быйыл тамамланыр тип күҙалланғайны, әммә уны 2022 йылдың йәйенә тиклем оҙайтырға ҡарар иттеләр. Яңы ҡағиҙәләр түбәндәгесә: ипотеканы ғаилә хәленең ниндәй булыуына, балалары һәм күсемһеҙ милке булыу-булмауға ҡарамаҫтан, һәр кем алыу мөмкинлегенә эйә. Уның шарттары: кредиттың иң ҙур күләме – өс миллион һум һәм тәүге иғәнә – торлаҡ хаҡының кәмендә 15 проценты. Фатирҙы тик төҙөүсенән – яңы һалынып ятҡан йорттан һатып алырға кәрәк. Икенсел торлаҡҡа, шәхси йорт һалыу һәм йорт төҙөү өсөн ер һатып алыуға ул ҡағылмай.

Милли банктың Башҡортостан бүлексәһендә белдереүҙәренсә, 2021 йылдың туғыҙ айы йомғаҡтары буйынса республика халҡы 126 миллиард һумдан ашыу күләмдә 55 меңдән күберәк ипотека кредиты алған.

7. Стәрлетамаҡ һәм Күмертау аша Ырымбурға тиклем поезд

Был, әлбиттә, социаль түләү түгел, шулай ҙа бик файҙалы һәм мөһим яңылыҡ. 2021 йылдың 2 апрелендә Стәрлетамаҡ һәм Мәләүез аша Өфөнән Күмертауға тиклем “Орлан” экспресс поезы йөрөй башланы, сентябрҙә маршрутты Ырымбурға тиклем оҙайттылар. Әлегә тиклем Өфө менән Ырымбур араһында тимер юл бәйләнеше 11 йыл булманы. Хәҙер көньяҡ төбәккә тиклем ни бары алты сәғәт эсендә барып етергә мөмкин.

8. Коронавирустан өс бушлай прививка

Рәсәй – коронавирустан өс, вариацияларын иҫәпкә алғанда – биш, әгәр ахырынаса ентекле эшләнгәндәрен иҫәпкә алһаҡ, ете вакцина теркәлгән берҙән-бер ил. “Спутник V” һәм “Спутник лайт” вакциналарының һөҙөмтәлелеге, хәүефһеҙлеге күп һанлы бойондороҡһоҙ сит ил тикшеренеүҙәре менән раҫланған. Мәҫәлән, “Lancet" журналында. Бөтә вакциналар ҙа Рәсәй граждандары өсөн бушлай.

9. Рәсәй буйлап сәйәхәттәр өсөн кешбэк

2021 йылда ил буйлап сәйәхәттәр өсөн кешбэк программаһы ҙур танылыу яуланы. Башҡортостан Рәсәйҙә туристар күпләп килгән төбәктәр иҫәбенә инде һәм шифаханаларға һатылған юлламалар һаны буйынса лидер булды.

Программа 2022 йылға тиклем оҙайтылды. 18 ғинуарҙан 22 апрелгә тиклем ҡунаҡханала йәшәгән өсөн йәки Рәсәй буйынса юллама хаҡын “Мир” картаһы менән түләргә һәм хаҡтың ике процентын (иң күбе 20 мең һумды) кире ҡайтарырға мөмкин. Был сроктың оҙайтылыуы ихтимал. Юлламаның минималь оҙайлығы һәм отелгә брон һалыу – кәмендә ике төн. Субсидияны сикләнмәгән күләмдә алырға була. Иң мөһиме – программа шарттарын үтәү.

10. Йәйге лагерҙарға юлламаларға - 50 процент ташлама

2021 йылда дәүләт “туристик кешбэк” кеүек үк йәйге балалар лагерҙарына юлламалар хаҡының бер өлөшөн кире ҡайтарҙы. Мирпутешествий.рф сайты мәғлүмәттәренә ярашлы, республика тәүге өс лидер иҫәбенә инде, 2021 йылдың 25  майынан 120 миллион һумлыҡ тиерлек 5175 юллама һатылған.

11. Эшкә алынған хеҙмәткәрҙәр өсөн аҡса

2021 йылда Социаль страховка фонды эш биреүселәргә кешене эшкә алған өсөн аҡса түләй. Бының маҡсаты – эшһеҙлек кимәлен түбәнәйтеү һәм эш биреүселәрҙең хеҙмәт хаҡы түләүгә сығымын ҡаплау. Башҡортостанда эшкә алынған һәр хеҙмәткәр өсөн компания 19153 һум ала. 950 эш биреүсе 1568 кешене, шул иҫәптән 55 инвалидты, уҡыу йортон тамамлаған 28 гражданды, 275 пенсия алды йәшендәге кешене, 180 яңғыҙ йәки күп балалы атайҙы (әсәне) эш менән тәьмин итте.

12. Бизнес өсөн ярты хаҡҡа программа

Бәләкәй һәм урта бизнес исемлегенә ингән компаниялар ярты хаҡҡа үҙебеҙҙең легаль программа тәьминәтен һатып алыу мөмкинлегенә эйә. Әлегә исемлектә документтар әйләнеше, сауҙа, логистика, персоналға, финансҡа идара итеү һәм башҡалар өсөн 50-нән ашыу программа иҫәпләнә. Уларҙы Рәсәй мәғлүмәт технологияларын үҫтереү фонды сайтынан (https://рфрит.рф/msp) күсереп алырға була.

13. Бушлай газ үткәрәләр

Хәҙер рәсәйҙәрҙең ер участкаһына газды бушлай еткерәләр. Уларға газды йортҡа еткереү һәм газ ҡорамалы өсөн генә түләргә тура киләсәк. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың башланғысы менән Дәүләт Думаһы ошондай закон ҡабул итте.

Башҡортостанда был программа буйынса 2500 биләмәлә 180 мең йортҡа газ үткәреү бурысы тора. Ауылға газ еткерелгән икән, уны бушлай тоташтыралар. Әгәр “зәңгәр яғыулыҡ” юҡ икән, уның килгәнен көтөргә кәрәк.

Программаға эләгеү өсөн “Газпром газ бүлеү Өфө” компанияһына ғариза биреү шарт.

14. Спорт менән шөғөлләнеү өсөн аҡса

2021 йылда яңы һалым ҡайтармаһын ғәмәлгә индерергә ҡарар иттеләр – граждандар үҙҙәре һәм бәлиғ булмаған балалары өсөн спорт һәм һауыҡтырыу хеҙмәттәренә тотонолған аҡсаның 13 процентын кире ҡайтара ала.

Яңы ҡайтарма “социаль ҡайтармалар” төркөмөнә ҡарай. Ошонда уҡ дауаланыуға, уҡыуға сығымдар, страховка һәм пенсия иғәнәләре инә. Социаль ҡайтармаларҙың дөйөм лимиты бар – бөтәһе өсөн 15600 һумды кире ҡайтаралар.

Фото: bashinform.ru/longreads/longreads/2021-12-24

Сығанаҡ: bashinform.ru/longreads/longreads/2021-

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас