

Республикабыҙҙа “Айыҡ ауыл” тип аталған үҙенсәлекле проект 2011 йылдан тормошҡа ашырылып килә. Уның төп маҡсаты – халыҡты айыҡ тормошҡа, сәләмәт йәшәү рәүешенә ылыҡтырыу. Ошо көндәрҙә Башҡортостанда сираттағы “Айыҡ ауыл” конкурсына ғаризалар ҡабул итеү башланды.
Проекттың төп асылы
Белеүебеҙсә, конкурста барлығы дүрт номинация булдырылған: “Эре ауыл биләмәләре” (мең кешенән ашыу халҡы булған); “Ҙур ауыл биләмәләре” (600–1000 кеше); “Уртаса ауыл биләмәләре” (300–600 кеше); “Бәләкәй ауыл биләмәләре” (300 кешегә тиклем). Һәр номинацияла өс урын билдәләнә. Еңеүселәр – 3 миллион һумдан 6 миллионғаса, ә икенсе һәм өсөнсө урындарҙы яулағандар 1,5 – 4 миллион һумғаса аҡсалата премия аласаҡ. Был сумманы ауылды төҙөкләндереүгә тотонорға мөмкин.
Конкурс ике этапта үтә: тәүгеһендә 2022 йылдың 31 ғинуарына тиклем һәр ҡалала йәки районда еңеүселәр билдәләнә. Артабан республика кимәлендәге бәйге көтөлә. Еңеүселәр 2022 йылдың 30 июнендә иғлан ителәсәк. Быйыл конкурсҡа яңылыҡ индерелде: хәҙер райондар саралар үткәреү өсөн берләшә ала. Мәҫәлән, күрше муниципалитеттар араһында шашка уйындары йәки сәләмәт йәшәү рәүешен маҡсат итеп ҡуйған башҡа төрлө конкурс һәм ярыштар ойоштороу күҙаллана.
– Ҡатнашыусыларға талаптар элеккесә ҡалды, баһалау бер аҙ үҙгәреш кисерҙе. Конкурс еңеүселәренә аҡсаны Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы бүлә һәм ошо уҡ ведомство уның маҡсатҡа ярашлы тотонолоуын тикшерә. Былтырғы йылдың еңеүселәре трактор һатып алыуға, төҙөкләндереүгә һәм балалар майҙансыҡтары булдырыуға үҙҙәренә тейеш аҡсаны алды ла инде. Был сараның ауылдарҙы, ғаиләләрҙе берләштереүе, яңы таланттар асыуы мөһим, – тип билдәләне конкурсты ойоштороу комитетының рәйестәше Эльвира Айытҡолова.
Ҡатнашыу өсөн нимә эшләргә?
Был конкурста сәләмәт һәм айыҡ йәшәү рәүешен һайлаған, иҫерткес эсемлекле табындарҙы түгел, ә күңелле спорт ярыштарын үҙ иткән ауылдар ҡатнаша һәм төп бүләккә дәғүә итә ала. Шулай уҡ халыҡтың берҙәмлеге, яңы башланғыстарға әүҙем ҡушылыуы, йәғни “был миңә ҡағылмай” тип түгел, ә тыуған төйәгенең киләсәге хаҡында борсолоуы мөһим. Шөкөр, йылдың-йылы “Айыҡ ауыл” проектына ҡушылыусылар һаны арта бара. Мәҫәлән, 2020 йылда конкурста 2114 ауыл ҡатнашҡан.
Эште нимәнән башларға? Иң тәүҙә ауыл халҡы дөйөм йыйылышта программала ҡатнашыу тураһында килешә, артабан ауыл советы хакимиәте кәрәкле документтарҙы туплай. Ҡатнашырға теләк белдергән ауылдар үҙҙәре йәшәгән төйәк тураһында видеояҙмалар әҙерләй, шулай уҡ сәләмәт йәшәү рәүешен яҡлаған саралар тураһында презентация эшләй. Улар лекция, ҡыҙыҡһыныу буйынса берәй түңәрәк, спорт ярыштары йәки башҡа төрлө саралар булыуы ихтимал. Быға тиклемге конкурстар барышында ҡайһы бер төбәктәрҙә йәштәр берләшеп, халыҡ йыйылып эскән, легаль булмаған алкоголь һатылған урындарҙы асыҡланы, уларҙы был насар ғәҙәттәрҙән арындырыуға өлгәште.
Баһалама ағзалары иң яҡшы тип табылған проекттар өсөн тауыш бирә, шул уҡ ваҡытта иҫерткес эсемлектәр менән мауыҡҡан кешеләрҙе, ауыр тормош хәлендәге ғаиләләрҙе, ата-әсәлек хоҡуғынан мәхрүм ителгәндәрҙе, криминаль статистиканы асыҡлаясаҡ.
Барыһы ла ҡәнәғәт!
Программала ҡатнашып, ярайһы уҡ ҙур суммалағы аҡсалата премияға эйә булыу, әлбиттә, ауыл халҡына күптән уйлаған ниәттәрен тормошҡа ашырыуға юлдар аса. Берәүҙәр трактор һатып ала, икенселәр ауылды төҙөкләндереү йәһәтенән матур башланғысҡа тотона, өсөнсөләр балалар, спорт майҙансыҡтары булдыра.
Былтырғы конкурста Учалы районының Илсе ауылы “Эре ауыл биләмәләре” номинацияһында беренсе урынды яулағайны. Был һөҙөмтәгә нисек өлгәшеүҙәре хаҡында Илсе ауыл советы ауыл биләмәһе башлығы Азат Вәлитов һөйләне:
– Тәүҙә ауыл активын, депутаттарҙы йыйҙыҡ, унан инде ауыл халҡы менән фекер алыштыҡ һәм “ҡатнашырға” тигән берҙәм ҡарарға килдек. Башта райондағы 18 ауыл советы араһында еңеү яуланыҡ, артабан беҙҙе республика кимәлендәге бәйгегә һайлап алдылар. Беренсе урынға лайыҡ булыу, әлбиттә, бик ҡыуаныслы ваҡиға булды.
Ауылыбыҙ күп милләтле, башлыса мосолман халҡы йәшәй. Әлбиттә, тотош ауыл айыҡ тормош алып бара, тип әйтә алмайбыҙ, әммә сәләмәт йәшәү рәүешенә ынтылыш бар, алкоголь ҡулланыу кәмей.
Еңеүсе булараҡ алынған грантҡа һыу үткәргесте ремонтланыҡ, ауылдың барлыҡ урамдарында ла яҡтыртыу ҡорамалдары алмаштырылды. Ауыл матурайып, яҡтырып ҡалды. Әлеге ваҡытта бәләкәстәр өсөн уйын майҙансығы төҙөү эштәре дауам итә.
Көйөргәҙе районының Яҡут ауылы “Бәләкәй ауыл биләмәләре” номинацияһында икенсе урын менән билдәләнгәйне. Был бәләкәй генә ауылда эшһөйәр, берҙәм халыҡ йәшәүе тураһында хәбәрҙарбыҙ.
– Конкурста ҡатнашыу башланғысын ауыл халҡы күтәреп сыҡты. Урындағылар ойошторҙо, ә беҙ ярҙам иттек. Беҙҙә башлыса мосолман халҡы йәшәй һәм улар сәләмәт тормош өсөн әүҙем көрәш алып бара. Совет осоронда магазиндарҙа спиртлы эсемлектәр һатыла ине, ә хәҙер юҡ. Грант аҡсаһына ҡоҙоҡто ремонтланыҡ: таҙарттыҡ, электр уты үткәрҙек, насосты алмаштырҙыҡ. Хәҙер йәйгеһен һыу менән тәьмин итеүҙә өҙөклөк юҡ, һыу барыһына ла етә. Шулай уҡ буш ятҡан урында ҙур, матур парк төҙөнөк. Унда концерттар һәм саралар уҙғарыу өсөн сәхнә, балалар өсөн каруселе булған уйын майҙансығы, ололар өсөн тренажерҙар һәм иркен спорт майҙансығы бар. Ҡыш бында хоккей, ә йәйгеһен футбол, волейбол, баскетбол уйнарға мөмкин. Барыһы ла ныҡ ҡәнәғәт! – тип башҡарылған эштәр менән таныштырҙы Мораптал ауыл советы рәйесе Асҡар Кинйәлиев.
Благовар районының Үрге Ҡарғалы ауылы ла “Бәләкәй ауыл биләмәләре” номинацияһында ҡатнашҡан һәм өсөнсө урынға лайыҡ тип табылған.
– Өсөнсө урын өсөн алынған аҡсаны ниндәй маҡсатта тотоноуҙы тотош ауыл менән хәл иттек. Урамдарҙы яҡтыртыу йәһәтенән барыһы ла яҡшы. Юлға асфальт түшәр инек, 200 метр самаһына ғына етә, шуға күрә кәңәшләшеп, хоккей майҙансығы төҙөргә булдыҡ.
Бындай программаларҙа тәүге тапҡыр ғына ҡатнашмайбыҙ. Быға тиклем ауыл халҡы “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһында ҡатнашып, алынған грантҡа балалар өсөн майҙансыҡ булдырғайны. Беҙҙә халыҡ бик әүҙем! Айырыуса имамыбыҙ Миңлейәр Ғайсиндан уңдыҡ. Уға 84 йәш. Әле лә барыһын да ойоштороп йөрөй, ҡышҡы һабантуйҙа ла, саңғы ярышында ла ҡатнашты, – тип ауылдаштары менән ысын мәғәнәһендә ғорурланыуын белдерҙе Ҡарғалы ауыл биләмәһе башлығы Илфир Ишбулатов.
Эйе, ауыл биләмәһе башлыҡтары дөрөҫ билдәләй: бәлки, конкурс ярҙамында ауылдарҙа эскелекте тамырынан ҡоротоу мөмкин дә түгелдер, әммә ыңғай миҫалдар бар. Беренсенән, ауыл кибеттәрендә спиртлы эсемлектәр һатыу сикләнә, ялған араҡы, көмөшкә һатыусыларға ҡаршы көрәш әүҙемләшә. Икенсенән, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалап ойошторған саралар һөҙөмтәһендә халыҡта берҙәмлек арта, дәрт уяна, конкурс үҙе үк ауылдар араһында ярыш сәме тыуҙыра. Өсөнсөнән, еңеүсе исемен яулаған ауылдар ярайһы уҡ ҙур сумма менән бүләкләнеп, урындағы халыҡ мәнфәғәтендә байтаҡ эште тормошҡа ашырыу мөмкинлегенә эйә була.
Максим ЗАБЕЛИН, вице-премьер – Башҡортостандыңһаулыҡ һаҡлау министры:
– Белгестәр был конкурсты илебеҙ төбәктәрендә тормошҡа ашырылған иң яҡшы эш алымдарының береһе булараҡ баһаланы, сөнки ул ҡағыҙҙа ғына билдәләнгән проект түгел, ә тотош халыҡты йәлеп итеп үткәрелә. Башҡортостанда әлеге конкурс ойошторолған осорҙа ялған алкоголь менән ағыуланыу осраҡтары өс тапҡырға кәмене. Психиатр һәм нарколог кеүек белгестәргә беренсел иҫәпкә тороусылар һаны ла аҙайған. Балалыҡ һәм үҫмерлек осоронда алкоголизм менән сирләгәндәр ҙә һиҙелерлек кәмегән.
Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА әҙерләне.