Йәмғиәт
24 Декабрь 2021, 09:00

Ҡырҡ градусҡаса һыуытҡан...

Ҡоҙоҡтарҙа һыу боҙға әйләнгән, һарайҙа мал-тыуар өшөй, Шарлама шарлауығы туңған... Ә һеҙҙә көн торошо нисек?

Ҡырҡ градусҡаса һыуытҡан...Ҡырҡ градусҡаса һыуытҡан...
Ҡырҡ градусҡаса һыуытҡан...

Бөгөн баш ҡалабыҙ эргәһендә -23-24 градус һалҡын булһа, республиканың ҡайһы бер райондарында 40 градусҡаса һыуытҡан.

Мәҫәлән, Дәүләкән районының Буранғол ауылында бөгөн иртән 38-40 градус һалҡын булған. Асылыкүл эргәһендә урынлашҡан ауылға был сатлама һыуыҡ күлдән килгәндер тигән һығымта яһарға була. Урындағы халыҡ иһә бындай хәлдең һуңғы бер-ике йылда булмағанын билдәләй. Ҡоҙоҡтарҙа һыу туңған, һарайҙа мал-тыуар өшөй икән. Ике градус йылы булғандан һуң ҡапыл 40 градусҡаса һыуытҡас... Әйткәндәй, тап ошо ауыл осонда Шарлама шарлауығы бар. Ул бик матур булып туңған, ти урындағы халыҡ.

Республика буйынса иһә уртаса температура 28 градусҡаса төшкән. Яңауылда – 25, Учалыла – 22, Хәйбуллала 20 градус һалҡын теркәлгән. Гидрометерология үҙәге хәбәр итеүенсә, әле республика биләмәһенән төнъяҡ Атлантиканан килгән циклон үткән, иртәгәнән көндәр бер аҙ йылытасаҡ һәм буранлап ҡар яуасаҡ.

Фото: Айрат Нурмөхәмәтов. 

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас