Йәмғиәт
24 Декабрь 2021, 18:00

Ышанабыҙ: һынатмаҫ!

Рөстәм Нәбиев: "Был эшемдә кешеләргә мөмкин тиклем күберәк файҙа килтерергә тырышасаҡмын".

Ышанабыҙ: һынатмаҫ!Ышанабыҙ: һынатмаҫ!
Ышанабыҙ: һынатмаҫ!

Киң билдәле Өфө блогеры Рөстәм Нәбиевте ил Президенты Владимир Путиндың указы буйынса Рәсәйҙең Йәмәғәт палатаһы составына индергәндәр.

Был хаҡта яҡташыбыҙ Инстаграмдағы сәхифәһендә хәбәр итте. Был минең өсөн яңы төр эшмәкәрлек, шулай ҙа ошо вазифала кешеләргә мөмкин тиклем күберәк файҙа килтерергә тырышасаҡмын, тип белдергән ул.

Нәбиевтең ниндәй мәсьәләләр буйынса шөғөлләнәсәге әлегә билдәле түгел. Яҡташыбыҙға яңы вазифала уңыштар теләйбеҙ. Һәр ваҡыттағыса, һынатмаҫ, тип ышанабыҙ.

Фото Р. Нәбиевтең Инстаграмдағы сәхифәһенән.

Автор:Миләүшә Сайтакова
Читайте нас